Вәлиуллин

Вәлиуллин — ир-ат, Вәлиуллина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.

Билдәле йөрөтөүселәр

  • Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (20.09.1947) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
  • Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (24.10.1930) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
  • Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25.09.1951) — хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник. Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры (2000—2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
  • Вәлиуллин Рим Абдулла улы (15.10.1950) — ғалим-геофизик, техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2012), Башҡорт дәүләт университетының геофизика кафедраһы мөдире.
  • Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы (20.09.1935 — 3.01.2007) — режиссёр. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966).
  • Вәлиуллин Булат Риф улы (10.01.1987) — спортсы, Рәсәй шорт-трексыһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—2006). Рәсәй чемпионатының (2005) көмөш (1000 м, 1500 м) һәм бронза (500 м, 3000 м, эстафетала) призеры. Күпалышта Рәсәй кубогының бронза призеры (2005). 2006 йылда Рәсәй кубогын яулай, Донъя чемпионаты һәм кубогы ҡатнашыусыһы.
  • Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы (17.09.1935 — 9.02.2010) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-хирург. 1962—2009 йылдарҙа Бөрйән үҙәк район дауаханаһы хирургы. «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (1972) менән бүләкләнгән, «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы» (1990).
  • Вәлиуллин Даньяр Рәхимйән улы (18.03.1968) — табип-ғалим, эске эштәр майоры. Медицина фәндәре кандидаты.
  • Вәлиуллин Хаммат Фәйзулла улы (17.09.1909 — 30.04.1952) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн миҙалы» менән бүләкләнеүсе.
  • Вәлиуллин Сәлимяуғар Мансур улы (1.07.1927) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән лейтенант. Фән кандидаты. Башҡорт дәүләт аграр университетының паразитология һәм ветсанэкспертиза кафедраһы доценты (1979—1991). Уйлап табыусы. Илеш районының баш ветврачы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

___