Вәлиуллин Булат Риф улы

Булат Риф улы Вәлиуллин (рус. Валиуллин Булат Рифович; 1987 йылдың 10 ғинуары, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй шорт-трексыһы һәм тренеры. Шорт-трек буйынса халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (2003). Шорт-трек буйынса Рәсәй Кубогын яулаусы (2006), Рәсәй чемпионаттары һәм бөтә Рәсәй кубок турнирҙары призёры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[1].

Биографияһы

1987 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[2]. Бала сағынан уҡ Өфө ҡалаһының 1-се олимпия резервындағы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Альберт Тимербулатов етәкселегендә шорт-трек менән шөғөлләнә башлай[1].

2002 йылдың декабрендә Будапешт ҡалаһында үтәсәк юниорҙар араһындағы донъя беренселегенә һайлап алыу ярыштарын уңышлы үтә[3]. 2003 йылда «Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры» исеменә лайыҡ була һәм 2003—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай, халыҡ-ара боҙ ареналарында төбәкте Рәсәй йыйылма командаһы составында таныта[1].

Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай[4], шунан һуң Башҡортостан Республикаһының нефть эшкәртеү тармағында «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы предприятиеларында үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Спорт ҡаҙаныштары

Халыҡ-ара ярыштар

  • Белградта үткән юниорҙар араһында шорт-трек буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусы (2005)[5];
  • Рәсәй йыйылма командаһы составында 500 метр, 1000 метр дистанцияларҙа һәм 5000 метрға ир-егеттәр эстафетаһында Донъя Кубогы этаптарында ҡатнашыусы[6].

Бөтә Рәсәй ярыштары

  • 1 Дөйөм иҫәптә шорт-трек буйынса Рәсәй Кубогын яулаусы (2006)[7];
  • 2 1000 метр дистанцияла Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2005)[1];
  • 2 1500 метр дистанцияла Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2005)[1];
  • 2 1500 метр һәм 3000 метр дистанцияларҙа Рәсәй Кубогы этабының көмөш призёры (2004)[8];
  • 1 500 метр, 3000 метр дистанцияларҙа күпбәйгелә һәм эстафетала Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2005)[1];
  • 1 Күпбәйгелә Рәсәй Кубогының бронза призёры (2005)[1];
  • 1 Ир-егеттәр эстафетаһында Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2006)[1];
  • 1 Рыбинск ҡалаһында үткән бөтә Рәсәй ярыштарында 3000 метр дистанцияла бронза призёр (2003)[9].

Шорт-тректа шәхси рекордтары:

  • 500 метр дистанция — 43,025 секунд[6];
  • 1000 метр дистанция — 1 минут 29,277 секунд[6];
  • 1500 метр дистанция — 2 минут 17,893 секунд[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Валиуллин Булат Рифович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  2. Валиуллин Булат Рифович — биография и результаты. Спортивная Россия (Infosport.ru) (13 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  3. Булат Валиуллин «отобрался» на чемпионат мира среди юниоров. ИА «Башинформ» (19 декабрь 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  4. ФГБОУ ВПО Уфимский государственный нефтяной технический университет. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2014.
  5. Bulat Valiullin — Skater Profile and Competition Results (ингл.). ShortTrackOnline.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  6. 1 2 3 4 Bulat Valiullin — short track results, statistics and personal bests (ингл.). ShortTrackStats.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  7. О школе — Отделение шорт-трека. МБУ ДО «Спортивная школа олимпийского резерва № 1» городского округа город Уфа Республики Башкортостан (1 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  8. На пьедестале почёта второго этапа Кубка России по шорт-треку — уфимские спортсмены. ИА «Башинформ» (29 октябрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  9. Шорт-трек: в Рыбинске «поймали» четыре медали. ИА «Башинформ» (25 март 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.

Әҙәбиәт