Вәлиуллин Хаммат Фәйзулла улы

Вәлиуллин Хаммат Фәйзулла улы (рус. Валиуллин Хаммат Файзуллович) (17 сентябрь 1909 йыл — 30 апрель 1952 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн миҙалы» менән бүләкләнеүсе[1].

Биографияһы

Хаммат Фәйзулла улы Вәлиуллин 1909 йылдың 17 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем уҡытыусы булып эшләй.

1941 йылдан РККА сафында. 1942 йылдан 2-се Украин фронтының 65-се Волновах бригадаһы автоматсыларҙың моторлаштырылған батальонында автоматсы булып хеҙмәт итә. Һуңынан 1-се Белорус фронты 3-сө гвардия кавалерия дивизияһының 12-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадронында ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы була[2][3].

1946 йылда демобилизацияла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1943)

Сығанаҡтар