Вәлиуллин Динар Рәхимйән улы
Динар Рәхимйән улы Вәлиуллин (рус. Данир Рахимьянович Валиуллин; 1977 йылдың 22 июле, Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы) — табип-ғалим, юғары мәктәп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2023).
Биографияһы
Вәлиуллин Динар Рәхимйән улы 1977 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған[1].
Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый. 2000 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай.
- 2003 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, декан урынбаҫары
- 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге консультанты, әйҙәүсе консультанты, советнигы
- 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының һаулыҡ һаҡлау, социаль үҫеш һәм административ органдар менән үҙ-ара эш итеү бүлеге мөдире[1]
- 2011 йылдан — «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры
- 2012 йылдан — 1-се поликлиниканың баш табибы[1]
- 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Социаль үҫеш департаментының Һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире, Департамент директоры[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2023)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов.. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2022. — С. 144. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- ↑ Аппарат Правительства / Департамент социального развития Правительства Республики Башкортостан. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Прошла выездная коллегия Минздрава Башкортостана. Министерство здравоохранения Республики Башкортостан. Официальный сайт (16 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 22 декабря 2023 г. N УГ-1156 «О присвоении почетного звания „Заслуженный врач Республики Башкортостан“ Валиуллину Д. Р.» Система Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Валиуллин Динар Рахимьянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 144. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.