Букин Василий Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (79 йәш) или 1979[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Сталин премияһы
Вафат булған урыны
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы
Эшмәкәрлек төрө Биохимия
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Һөнәр төрө агроном, биохимик, профессор
Эш урыны
Тыуған көнө 27 ғинуар 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2]
Гражданлығы
Тыуған урыны

Букин Василий Николаевич (27 ғинуар 1899 йыл — 21 ғинуар 1979 йыл) — СССР-ҙың ғалим-биохимигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.

Василий Николаевич Букин 1899 йылдың 27 ғинуарында Пенза губернаһы[3] Знаменское ауылында тыуған.

  • 1925 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтын (хәҙер — Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты) тамамлай.
  • 19251926 — Ленинград өлкә ер идаралығы агрономы
  • 19271930 — Ленинград өлкәһенең «Ҡыҙыл семеновод» колхозы рәйесе
  • 19321938 — Ленинград үҫемлекселек институтында эшләй.
  • 1938 — Рәсәй Фәндәр академияһының А. Н. Бах исемендәге биохимия институты
  • 1943 — Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология институты профессоры.

19321938 йылдарҙа Ленинградта үҫемлекселек институтында эшләй. Унда СССР-ҙа тәүгеләрҙең береһе булған витаминдар буйынса лаборатория ойоштора. Төп хеҙмәттәре витаминдар биосинтезы, уларҙың матдәләр алмашыныуҙа роле, алыу ысулдары буйынса.

Ғалим һәм уның хеҙмәттәштәре хеҙмәте нигеҙендә СССР-ҙа А, B12, B15, D2 витаминдарын, 5-метилметионин аминокислоталарын, гомосерин, лизин етештереү, уларҙы аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, малсылыҡта һәм дауалау практикаһында ҡулланыу яйға һалына.

Василий Николаевич Букин етәкселегендә A, B, U һ.б. витаминдарҙы етештереү үҙләштерелә, уның башланғысы буйынса 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештерелә башлай.

СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964)

1979 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. Bukin, Vasilij Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  3. Хәҙер Пенза өлкәһе Башмаков районы
  4. Букин Василий Николаевич (фонд 1774) // Сайт Архивов Российской академии наук
  • Букин Василий Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Букин, Василий Николаевич в словарях и энциклопедиях на Академике