Бабушкин Роман Романович
Роман Романович Бабушкин 1919 йылдың 27 ғинуары, Бәләбәй районы — 1999 йылдың 29 июле, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары; демобилизацияланғандан һуң — 1947—1979 йылдарҙа — СССР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, эске хеҙмәт полковнигы (1961). Советтар Союзы Геройы (1945)[1].
Биографияһы
1919 йылдың 27 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Корсаковские Вершины ауылында (хәҙер юҡ, Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы биләмәләрендәге буш урын[2]) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Милләте рус. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. 1936 йылдан Бәләбәй районы Краснознаменский спирт заводында ағас эшкәртеү буйынса десятник булып эшләй.
1938 йылдың майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1942 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1943 йылдан кесе лейтенант, 1944 йылда комсостав әҙерләүсе «Выстрел» курсын (рус.)баш. тамамлай[1].
1945 йылдың 7 апрелендә Кёнигсберг крепость-ҡалаһының төньяғында батальон биләгән хәрби позицияларҙан гвардия өлкән лейтенанты Роман Бабушкин шәхсән үҙе һуғышсыларҙы ҡәлғәне штурмлауға алып бара[3].
Офицер үҙенең төркөмө менән штурм күперҙәре ярҙамында һыу каналын аша сыға һәм ҡәлғә стеналарына барып етә. Артабан сапёрҙар (рус.)баш. шартлатып яһаған тишек аша улар ҡәлғәгә үтеп инә һәм форт эсендә һуғыш башлай. Һөҙөмтәлә 43 немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Шулар араһынан ун ике һалдат һәм өс офицерҙы гвардия өлкән лейтенанты Роман Бабушкин үҙе юҡ итә. 254 дошман һалдаты һәм офицеры әсиргә алына.
Үҙенең батырҙарса эш итеүе менән Роман Бабушкин 5-се фортҡа һөжүмдең уңышын хәл итә һәм Кёнигсберг ҡалаһына юл аса.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указы менән гвардия өлкән лейтенанты Бабушкин Роман Романовичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6266) тапшырыла[4].
1946 йылда Роман Бабушкин демобилизациялана (рус.)баш.. Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығында лагерь бүлеге коменданты, артабан 9-сы һәм 10-сы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колониялары начальнигы булып эшләй. 1965 йылда «СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 1979 йылда Эске хеҙмәт полковнигы дәрәжһендә отставкаға сыға[5].
1999 йылдың 29 июлендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (19.04.1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6266) (19.04.1945)[3]
- Ленин ордены (19.04.1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.4.1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар
- СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Хәтер
- 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 41-се мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Роман Романович Бабушкин исеме бирелә[6].
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Роман Романович Бабушкиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль (рус.)баш. районы Приют эшселәр ҡасабаһының 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[7][8];
- Өфө ҡалаһы Октябрь районында Октябрь проспектының Герой йәшәгән 65-се йортоноң ал яғында мемориал таҡтаташ ҡуйылған.
- Р. Р. Бабушкиндың исеме Калиниград ҡалаһының 5-се форт эргәһендә ҡуйылған мемориал таҡтаташта мәңгеләштерелгән.
- Бәләбәй ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Бабушкин Роман Романович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
- ↑ Место расположения деревни Курсаковские Вершины Архивная копия от 1 июль 2018 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 3 Бабушкин Роман Романович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Бабушкин Роман Романович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Бабушкин Роман Романович. Федеральная служба исполнения наказаний. Официальный сайт (20 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Базекин Г. Отвоёванный рассвет //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бабушкин Роман Романович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Бабушкин Роман Романович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026).
- Федеральная служба исполнения наказаний. Официальный сайт. Бабушкин Роман Романович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Бабушкин Роман Романович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026).
- Централизованная система массовых библиотек городского округа г. Уфа Республики Башкортостан. Портал «Навечно в наших сердцах». Герой Советского Союза Бабушкин Роман Романович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026).
- ИА «Башинформ», 27 января 85 лет назад родился Роман Романович Бабушкин, Герой Советского Союза, наш земляк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026).
- Сайт Дзен. ...чтобы вы войны не знали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026).