Мансуров Ғизәр Әхтәм улы

Мансуров Ғизәр Әхтәм улы (4 февраль 1930 йыл11 май 2013 йыл) — селекционер-ғалим, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире; 1992—2003 йылдарҙа Ботаника баҡса-институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм лаборатория мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан — уҡыу-фәнни үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981).

Биографияһы

Ғизәр Әхтәм улы Мансуров 1930 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Башҡорт Тирмәләре ауылында [1] тыуған. Телсе-ғалим Әхтәм Мансуровтың улы.

1952 йылда хәҙерге Тамбов өлкәһенең Мичуринск ҡалаһындағы И.В. Мичурин исемендәге емеш‑еләк һәм йәшелсә институтын тамамлай.

Үҙалллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1955 йылда Стәрлетамаҡ тәжрибә яланының ғилми хеҙмәткәре булып башлай, 1958 йылдан уның директоры итеп тәғәйенләнә.

1959 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының баҡсасылыҡ бүлеге мөдире, 1992—2003 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Ботаника баҡса-институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, үҫемлекселек кафедраһы профессоры. 2011 йылдан — уҡыу-фәнни үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Ғалим 2013 йылдың 11 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Көньяҡ зыяратта ерләнә[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре емеш һәм еләк культуралары, шулай уҡ алмағас селекцияһына, Башҡортостан тәбиғәте шарттарында интенсив баҡсасылыҡ технологияһын эшләүгә арналған. Груша (йәйге, көҙгө), ҡарағат һәм алмағастың («Башкирский изумруд» алмағасы һ.б.)яңы сорттары авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1996 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика советы президиумы рәйесе, 2003 йылдан — почётлы рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981).

Әҙәбиәт

  • Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2024)