Үрге Әбсәләм

Үрге Әбсәләм (рус. Верхнее Абсалямово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 103 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804002.

Үрге Әбсәләм ауылы

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 8 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арый): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 83 км

Үрге Әбсәләм ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 кимлометрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 83 кимлометр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Үрге Әбсәләм ауылына XVIII быуаттың 2‑се яртыһында Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Атамаһы тәүге төпләнеүсе кеше Әбсәләм Әбүталипов исеменән алынған.

1795 йылда Үрге Әбсәләмдәге 13 йортта 103 кеше йәшәгән[4][5].

1816 йылда 34 йортта 197 кеше, 1834 йылда — 56 йортта 299 кеше, в 1859 йылда — 54 хужалыҡта 390 кеше, 1870 йылда — 73 ихатала 432 кеше, 1920 йылда ике (Үрге һәм Түбәнге) Әбсәләмдә — 76 йортта 419 кеше йәшәгән. XX быуат башында был ауылдар Үрге һәм Түбәнге Әбсәләм тип аталған. 1816 йылдан билдәлеһе Әхмәт (Әбсәләм) тип аталғанында 6 ихатала 30 кеше, 1859 йылда 6 йортта 20 кеше йәшәгән. 1920 йылда Әхмәт ауылы теркәлмәгән, һәм ул Әбсәләм тип аталған[6]. 1842 йылда Әбсәләм ауылының 313 кешеһе 92 сирек ужым, 388 сирек яҙғы ашлыҡ, шулай уҡ 8 сирек картуф сәскән. Был осорҙа Әхмәт ауылында 36 кешегә 17 сирек ужым, 66 сирек яҙғы ашлыҡ һәм 2 сирек картуф сәселгән. Әбсәләм менән Әхмәт халҡы барлыҡ ер-һыу менән бергә файҙаланған.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Һарт улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 7-се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Һарт улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Һарт улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1865 йылда 73 йортта — 432 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда Әбсәләм ауылында мәсет, мануфактура кибете теркәлгән.

XX быуаттың 1920-се йылдарында Түбәнге Әбсәләм ауылы бүленеп сыҡҡандан һуң, ауыл Үрге Әбсәләм тип йөрөтөлә башлай[3][5].

Халыҡ һаны

Үрге Әбсәләмдә башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 419
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 87
1959 йыл 15 ғинуар 68
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 65
2002 йыл 9 октябрь 98
2010 йыл 14 октябрь 103 45 58 43,7 56,3

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Әнйәк

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 Үрге Әбсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 1 2 3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
  6. МИБ. Т. 3. С. 223. Ч. 1. С. 374, 392; Т. 3. С. 120, 223; Т. 5. С. 35, 120; Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 323, 326. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 374-а. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4873. Л. 160. См. это дело и по другим деревням
  7. Карта д. Верхнее Абсалямово. Улицы