Бишҡайын мәмерйәһе
Тасуирламаһы
Бишҡайын мәмерйәһе аҫҡы пермь көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән.
Карст мәмерйәлеренә инә.Гипс үҙенсәлекле. Аҡ, һоро-аҡ төҫтә,тығыҙ, ваҡ бөртөклө.
Шәкәр рәүешендә , таҙа эре киҫәкле.
Тоҡҡа оҡшаған сикләнгән ике залдан тора.
Беренсе залдың оҙонлоғо 10 метр,ә киңлеге 8 метр, бейеклеге 3,5 метр. Икенсе залдың оҙонлоғо — 11 метр, киңлеге −7 метр, бейеклеге −8 метр.
Мәмерйә үҙенең эске микроклиматы буйынса һалҡын.Ҡояш ҡыҙҙырған урында урынлашҡан. Тәрәнлеге 5 метр. Йәйге эҫе көндәрҙә лә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Мәмерйә эсендәге температура −4° була.Ҡышын стеналары һәм иҙәне туңа, йыл буйы иремәй. Шуға ла халыҡ уны «серле» мәмерйә, тип йөрөтә.Спелеология менән мауығыусылар өсөн дә ул әһәмиәтле.
Мәмерйә 1770 йылда ғалим-энциклопедист, сәйәхәтсе, академик Лепёхин Иван Иванович тарафынан асыла.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының "Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау " 1965 йылдың 17 авгусындағы Ҡарары № 465 менән Бишҡайын мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Ҡорманай мәмерйәһе
- Өсҡатлы соҡоро
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Бишҡайын мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Памятники природы Аургазинского района (рус.)