Аполлон (күбәләк)

Аполло́н[1][2] (лат. Parnassius apollo, рус.  Аполлон ) — елкән ҡанатлылар (Papilionidae) ғаиләһендәге көндөҙгө күбәләк.

undefined
undefined

Карл Линней тарафынан Аполлон алла исеме менән аталған. Ҡанат йәйеме 70-90 мм, аҡ төҫтә, алғыларында ҙур ҡара таптар, артҡы ҡанаттарында ҡара ҡаймалы эре ҡыҙыл таптар бар. Европала, Кавказ, Урал, Көнбайыш Себерҙә киң таралған. Ҡоро ҡарағайлыҡтарҙа, урман буйҙарында, ташлы һөҙәклектәрҙә тереклек итә. Июнь-августта оса. Аполлон уртаҡ йәшәү рәүеше алып бара. Күбәләк ҡорттары ҡара төҫтә, зәңгәрһыу сығынтылы һәм ян-яғынан ҡыҙғылт һары таплы, оҙонлоғо 50 мм-ға ҡәҙәр етә. Йәш япраҡтар менән туҡланалар, көндөҙ ҡояш яҡьыһында айырыуса әүҙемдәр. Формалашып еткән күбәләк ҡорттары күкәй ҡабығында ҡышлай. Ҡурсағы зәңгәрһыу төҫтә тупраҡта үҫеш ала. Июнь башында ҡурсаҡтан етлеккән бөжәк сыға. Йылына бер быуын үҫә. Август айында күбәләк үҙенең йәшәү циклын тамамлай. Аполлондар һаны өҙлөкһөҙ кәмей бара.

Иҫкәрмәләр

  1. Ҡалып:Книга:Пятиязычный словарь названий животных. Бөжәктәр
  2. Коршунов Ю. П. Определители по флоре и фауне России // Булавоусые чешуекрылые Северной Азии. Выпуск 4. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2002. — С. 33. — ISBN 5-87317-115-7.

Сығанаҡ

Әҙәбиәт

  • Коршунов Ю. П. Определители по флоре и фауне России // Булавоусые чешуекрылые Северной Азии. Выпуск 4. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2002. — С. 33. — ISBN 5-87317-115-7.