Энәлек

Энәлек, мәмешкәк, энәте, еҙәй, дунала, ҡамыраш (рус. Боя́рышник крова́во-кра́сный, Боя́рышник кровя́но-кра́сный, Боя́рышник сиби́рский, лат. Crataégus sanguínea) —Рауза һымаҡтар (Rosaceae) ғаиләһенән энәле ҡыуаҡ йәки ағас. Бейеклеге 4 м-ға етә. Май айында аҡһыл һарғылт сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә.

Таралыуы

Энәлек йылға буйҙарындағы урман ситендә үҫергә ярата. Таралыу ареалы көнбайыштан көнсығышҡа 5 мең км-ға етә: Рәсәйҙең көнсығышынан Көнбайыш Себергә тиклем, Байкал арты, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай, Монголия. Башҡортостандың күпселек райондарында осратырға мөмкин.

Pcela-cvet-1a.JPG
Энәлек сәскәһендә бал ҡорттары
Crataegus sanguinea20090912 244.jpg
Бешкән емеше

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 База данных eFloras (инг.)
  2. Royal Botanic Garden Edinburgh (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2009.

Әҙәбиәт

  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0. (рус.)

Һылтанмалар