Күк балыҡ
Ҡылыҡһырлама
Саҡ ҡына йәшкелт күгелйем. Ҡабырғалары менән ҡорһағы һарғылт аҡ. Түш йөҙгөстәре һарғылтыраҡ.Башҡа яғы буҙ төҫтә. Башы ослайған, ауыҙы өҫкә күтәрелгән, арт юл ҡанаты аҡ төҫтә. Ҡөйроғо бик йоҡа, үтә күренеп тора. Ҙурлығы 30 см-ғаса.
Таралышы
Азов диңгеҙе, Балтик диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ бассейыны йылғаларында, Каспий диңгеҙенең төньяҡ өлөшө йылғаларында һәм Аҡ диңгеҙҙең ярҙары буйлап үрсей. Шулай уҡ Рәсәйҙең Европа өлөшө йылғаларында осрай.
Йәшәү рәүеше
Күлдәрҙә, йылғаларҙа, һыу һаҡлағыстарҙа, шулай йылға тамаҡтарында төҙлөраҡ булған ерҙәрҙә лә йәшәй. Күмәкләп йөрөйҙәр. Һыуҙың өҫкө ҡатламын үҙ итә. Планктон менән туҡлана. Шулай уҡ һыу өҫтөнә ҡолап төшкә ваҡ бөжәктәр һәм сәскә һеркәһе менән дә туҡлана.
Ыуылдырығын май аҙаҡтарынан июль башынаса сәсә.
Файҙаланыу
Кәсепселек (промысла) өсөн ҡулланылмай. Башҡа ваҡ балыҡтар булмағанда, эрерәк балыҡтарҙы ылыҡтырыу өсөн әҙерәк файҙаланалар.[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля (уженье) наших пресноводных рыб.
Әҙәбиәт
- Лебедев В. Д, Спановская В. Д., Савваитова К. А., Соколов Л. И., Цепкин Е. А. Рыбы СССР. Под ред. Никольского Г. В. и Григораш В. А.. Из серии «Справочники-определители географа и путешественника». М.: Мысль, 1969
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: уклейка 2021 йылдың 15 октябрь көнөндә архивланған.
- Уклейка на fischen.ru 2009 йылдың 30 август көнөндә архивланған.