Аҡ шыршы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ шыршы
Аҡ шыршы
Аҡ шыршыtypus.
Өлкән ағастың дөйөм күренеше. (Тюринген урманы, Германия)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Abies Mill.

Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18031
NCBI  3319
EOL  13998
GRIN  13
IPNI  31959-1

Аҡ шыршы (лат. Abies) — ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно төҙ, бейеклеге 24—35 м, диам. 0,5 м тиклем. Ылыҫы йомшаҡ, яҫы, үҙәк үренделә радиаль, ситендәгеләрҙә — ике рәтләп урынлашҡан, 8—10 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡ һарыраҡ төҫтә, сатырҙың урта һәм өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә. Май башында, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡ сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәш тубырсыҡ — йәшел йәки көрәнһыу ҡыҙыл, өлгөргәне — көрән, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 5—9 см, киңлеге 2—4 см, төҙ; көҙөн өлгөрә һәм айырым тәңкәләргә бүленә, ағаста үҙәге генә тороп ҡала. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер Аҡ шыршыһы үҫә. Ағиҙел—Кама йылғалары араһында, Өфө яйлаһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә һәм көнбайыш битләүендә шыршы һәм киң япраҡлы ағас төрҙәре менән ҡомло балсыҡлы тупраҡта үҫә.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәтендә һәм муз. ҡоралдары эшләү өсөн файҙаланыла. Сайырынан А.ш. бәлзәме (медицинала һәм оптик микроскопияла ҡулланыла), йәш ботаҡтарынан Аҡ шыршы майы алына. Декоратив үҫемлек, ҡалала үҫә алмай. Интродуценттар араһында бәлзәм аҡ шыршы айырыуса сыҙамлы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Попов Г. В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). Уфа, 1980; Путенихин В. П. Дендрология с основами декоративного садоводства: учеб. пособие: в 2 ч. Ч.1. Уфа, 2006—2007.