Йүрүҙән-Әй тигеҙлеге

Йүрүҙән-Әй тигеҙлеге (Йүрүҙән-Әй түбәнлеге, Әй яны тигеҙлеге; рус. Юрюзано-Айская равнина) — Көньяҡ Урал алдының төньяҡ-көнсығышында, Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә теҙелеп киткән убалы тигеҙлек. Йүрүҙән, Әй йылғалары араһында урынлашҡан һәм Урал алды сиге бөгөлөнөң Йүрүҙән-Сылва депрессияһының көньяҡ өлөшөн биләй.

Географияһы

Рельефы һәм геологик төҙөлөшө

Тигеҙлек теҙелеп киткән ҡалҡыулыҡтарҙан торған уйһыулыҡтан ғибәрәт, ул көнбайышта — Өфө яйлаһы, көньяҡта Башташ һәм Ҡаратау һырттары менән сиктәш, төньяҡ һәм көнсығыш сиге Башҡортостан Республикаһы сиге менән тап килә. Тигеҙлектең көнбайыш өлөшөндә уртаса бейеклек — 200—300, көнсығыш өлөшөндә 300—450 метр тәшкил итә[1]. Иң бейек нөктәһе — Таҙтүбә ауылы эргәһендәге Яланғас тауы (517 метр).

Хәҙерге һөҙәк битләүҙәре менән һуҙылып киткән убалы, теҙелеп киткән ҡалҡыулыҡлы рельеф биш миллион йыл элек, плиоцен осоронда, формалаша башлай һәм хәҙерге заман тектоник хәрәкәттәре, денудация һәм аккумуляция процестары йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Ерҙең иң өҫкө йөҙө мезозойҙан палеогенға тиклемге осорҙа формалаша. Тигеҙлектең өҫтө йырындар, үҙәктәр менән сыбарланған, көнбайыш өлөшөндә карст бушлыҡтары үҫешкән[2].

Өфө яйлаһынан көнсығышҡа табан Түбәнге Пермь эзбизташтарынан торған яҫы түбәле көмбәҙле ҡалҡыулыҡтар китә — был Пермь риф массивтарының ҡалдыҡтары.

Әй йылғаһының һул яры ҡушылдыҡтарҙың йылға үҙәндәре менән сыбарланған. Уң яр рельефы тиҫтәләгән километрҙарға һуҙылған күп һанлы асимметрик теҙмәләрҙән ғибәрәт. Улар араһындағы уйһыулыҡтарҙан Әй йылғаһының уң ҡушылдыҡтары Ҡыйғы, Ләүйылға, Оло Ыҡ һәм Кесе Ыҡ аға. Йүрүҙән-Әй үҙәнендә йылға үҙәндәре киң йәйелгән. Мәҫәлән, Әй һәм Йүрүҙән йылғалары үҙәндәренең киңлеге 2-4,5 километр тәшкил итә, дүрт һыубаҫар туғай өҫтө террасаһы һәм ике һыубаҫар туғай кимәле бар[2].

Гидрографияһы

Тигеҙлектең төп һыу артерияһы — Әй йылғаһы, ул тигеҙлек биләмәһенә көньяҡ-көнсығыштан инә, һуңынан 90 градусҡа тиерлек боролош яһай һәм тигеҙлекте ике тигеҙ өлөшкә бүлеп төньяҡҡа ҡарай аға. Уның үҙәненең киңлеге 2—4,5 километр тәшкил итә, Әй һикәлтәһен аша сыҡҡанда 0,4—1,5 километрға тиклем тарая.

Әй йылғаһы үҙәнендә бейек һәм түбән һыубаҫар туғай, шулай уҡ дүрт һыубаҫар туғай өҫтө террасаһы бар. Дүртенсе терраса (иртә неоплейстоцен осоро) йылға кимәленән 25—30 метрға күтәрелгән һәм өлөшләтә һаҡланған. Өсөнсө терраса (урта плейстоцен осоро) эрозия-аккумулятив сығышлы. Беренсе терраса һуң неоплейстоцен осоронда барлыҡҡа килгән; унда тораҡ пункттарҙың байтаҡ өлөшө урынлашҡан.

Йүрүҙән-Әй тигеҙлегендәге икенсе ҙур йылға булып Йүрүҙән тора, ул биләмәнең көньяҡ-көнбайыш өлөшөн киҫеп үтә. Уның үҙәнендә шулай уҡ ике һыубаҫар туғай һәм төрлө осорҙарҙа барлыҡҡа килгән һыубаҫар туғай өҫтө террасалары бар.

Әйҙең ҙур уң ҡушылдыҡтары — Ҡыйғы (Ыҡ ҡушылдығы менән), Ләүйылға, Оло Ыҡ һәм Кесе Ыҡ. Был йылғаларҙың үҙәндәре киң, ә һул ҡушылдыҡтарҙыҡы — тар, улар тәрән V-рәүешле үҙәндәр буйлап аға[3].

Тигеҙләү өҫтө

Әй-Йүрүҙән тигеҙлеге сиктәрендә өс денудацион тигеҙләү өҫтө айырылып тора:

  • өҫкө (420—538 м), мезозой осоронда — палеогенда барлыҡҡа килгән;
  • уртансы (300—400 м), миоцен осоронда барлыҡҡа килгән;
  • түбәнге (250—280 м), һуң неплиоцен осороноң тәүге сирегендә барлыҡҡа килгән.

Улар гипсометрик урынлашыуы, геологик төҙөлөшө һәм тарҡалыу дәрәжәһе менән айырыла. Хәҙерге рельеф яңы тектоник хәрәкәттәр, денудация һәм эрозия-аккумулятив процестар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән[3].

Ландшафтар

Тигеҙлек биләмәһе урман-дала тәбиғәт зонаһында урынлашҡан. Үҫемлектәр донъяһы ҡара ылыҫлы-киң япраҡлы һәм ҡайын урмандарынан, һаҙлыҡтарҙан, далаға тартым болондарҙан тора. Ере һоро, ҡара-көкөрт урман, кәҫле-карбонатлы, кәҫле-көлһыу һәм болон-ҡара тупраҡлы. Хәҙерге ваҡытта урман-далаларҙың күп өлөшө һөрөлгән, һөрөнтө ерҙәр өсөн яраҡһыҙ райондарҙа далаға тартым болондар, болондар һаҡланған[2].

Тәбиғәт ҡомартҡылары

Йүрүҙән-Әй үҙәне биләмәһендә «Балаҡатай», «Ҡарлыхан» дәүләт тәбиғәт заказниктары, шулай уҡ күп һанлы тәбиғәт ҡомартҡылары урынлашҡан: Янғантау, Ҡыҙҙар тауы, Лаҡлы мәмерйәһе, Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары, Өлкөндө ауылы янындағы карст һаҙлыҡтар комплексы һ. б.[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Йүрүҙән-Әй тигеҙлеге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 3 4 Турикешев Г.Т.-Г., Данукалова Г.А. Геоморфологические особенности Юрюзано-Айской равнины (Южное Предуралье) // Геологический вестник. — Уфа, 2018. — Вып. 1. — С. 13–23. — DOI:DOI:10.31084/2619-0087/2018-1-2.
  3. 1 2 G. Turikeshev, G. Danukalova. Geomorphological featurea of the Yuryzan-Ai plain (Southern fore-Urals) // Geologicheskii vestnik. — 2018. — Т. 1. — С. 13–23. — ISSN 2619-0087. — DOI:DOI:10.31084/2619-0087/2018-1-2.