«Герой әсә» ордены

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Герой әсә» исеме һәм ордены
Изображение награды
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Төр Юғары исем
Кемгә тапшырыла Әсәйҙәргә
Статус тапшырылмай
Статистика
Параметрҙар киңлеге — 28 мм, бейеклеге — 46 мм
Беренсе бүләкләү 27 октябрь 1944 йыл
Һуңғы бүләкләү 14 ноябрь 1991 йыл
Бүләкләнгәндәр иҫәбе яҡынса 431 000
Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда юҡ
Кесерәк награда «Әсәлек даны» ордены
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

«Герой әсә» ордены (рус. «Мать-героиня») — Советтар Союзының юғары почётлы исеме һәм ордены. Күп балалы әсәләр бүләкләнгән. Советтар Союзының Юғары Советы Президиумы тарафынан 1944 йылдың 8 июлендә раҫланған. Һуңғы тапҡыр 1991 йылдың 14 ноябрендә СССР Президенты Указы менән тапшырылған. 47 йыл дауамында яҡынса 431 мең әсә маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР маркаһы, 1945 йыл

«Герой әсә» ордены биш ҡанатлы йондоҙ рәүешендә һибелгән көмөш нурҙар ерлегендәге биш ҡанатлы ҡабарынҡы алтын йондоҙҙан ғибәрәт, нурҙарҙан эшләнгән йондоҙҙоң ҡанат остары алтын йондоҙҙоң ҡанат остары араһына тап килә. Көмөш штрал йондоҙҙоң ҡапма-ҡаршы остары араһында ордендың үлсәме — 28 мм. Ҡалыбы менән бергә ордендың бейеклеге — 46 мм. 1975 йылдың 18 сентябренә орденда алтын күләме – 4,5±0,4402 г, көмөштөкө – 11,525±0,974 г. Алтындың пробаһы 950. Ордендың дөйөм ауырлығы — 17,5573±1,75 г. Ордендың билдәһе элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында ҡыҙыл эмаль менән ҡапланған фигуралы металл пластинаға беркетелгән. Пластинкала «Герой әсә» тигән ҡабарынҡы яҙыу. Пластинканың ситтәренә һәм яҙмаға алтын ялатылған. Пластинканың артҡы яғында орденды кейемгә беркетеү өсөн төйрәүес бар.

Тапшырыу ҡағиҙәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

10 һәм ундан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә, һуңғы балаһына 1 йәш тулған һәм алдағылары иҫән булған осраҡта тапшырыла.
«Герой әсә» исемен биреү шартына ярашлы:

  • рәсми раҫланған тәрбиәгә алынған;
  • СССР-ҙы һаҡлап, йәки башҡа хәрби бурыстарын үтәп, йәки кеше ғүмерен, социолистик милек һәм социолистик тәртипте һаҡлау буйынса гражданлыҡ бурысын үтәп һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, шулай уҡ үрҙә күрһәтелгән бурыстарҙы үтәгәндә алған яраланыу, контузия, йәрәхәттәр һәм ауырыуҙарҙан, йәки хеҙмәт йәрәхәтәренән һәм һөнәри ауырыуҙарҙан үлгән балалар иҫәпкә алына


«Герой әсә» исеме бирелгән әсәләргә «Герой әсә» ордены һәм СССР Юғары Советы Президиумы Грамотаһы тапшырыла.
«Герой әсә» ордены түштең һул яғында, башҡа орден һәм миҙалдар булған осраҡта, уларҙан өҫтә тағыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт АССР-ы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт АССР-ында «Герой әсә» исеме бирелгән әсәләр һаны:

  • 1944 йылдан 1951 йылға тиклем — 706
  • 1951 йылдан 1956 йылға тиклем — 329
  • 1956 йылдан 1961 йылға тиклем — 429
  • 1961 йылдан 1966 йылға тиклем — 488
  • 1970 йылда — 152
  • 1975 йылда — 110
  • 1980 йылда — 79
  • 1985 йылда — 28
  • 1987 йылда — 12
  • 1988 йылда — 16

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Әсәлек даны» ордены (СССР, 08.07.1944)
  • Әсәлек миҙалы (СССР, 08.07.1944)
  • «Әсәлек даны» миҙалы (Башҡортостан Республикаһы, 16.04.1998)
  • «Ата-әсә даны» ордены (Рәсәй Федерацияһы, 13.05.2008)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]