Говоров Леонид Александрович

Биографияһы

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Леонид Александрович Говоров 1897 йылдың 10 (22) февралендә Вятка губернаһы Яранск өйәҙе Бутырки ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[5]. Атаһы — Говоров Александр Григорьевич (1869—1920) — сауҙагәр Стахеевтарҙың пароходсылыҡ компанияһында бурлак һәм Алабуғалағы реаль училищела эш башҡарыусы булып эшләй. Әсәһе — Говорова (ҡыҙ фамилияһы — Панфилова) Мария Александровна (1867—1919) — хужабикә. Леонид ғаиләләге дүрт малайҙың иң өлкәне була.

Ауыл мәктәбен тамамлағас, Леонид Говоров Алабуға реаль училищеһына уҡырға инә, уны 1916 йылда тамамлай һәм Петроград политехник институтының караптар эшләү бүлегенә уҡырға инә.

1916 йылда Рус император армияһына алына һәм Константинов артиллерия училищеһына уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң, 1917 йылдың июнендә прапорщик чины биреләүеп үрләтелә һәм Томск гарнизоны частарының береһенә мортир батареяһы кесе офицеры итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың мартында демобилизациялана һәм ата-әсәһе эргәһенә Алабуғаға ҡайтып, кооперацияға эшкә урынлаша.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Говоров Леонид Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 1 2 Leonid Aleksandrovich Govorov // TracesOfWar
  3. Record #36534805 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  4. Leonid Aleksandrovič Govorov // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  5. Леонид Александрович Говоров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2015. Архивировано 11 февраль 2010 года. 2010 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар