Куликов Виктор Георгиевич
Биографияһы
Куликов Виктор Георгиевич 1921 йылдың 5 июлендә Орел губернаһы Үрге Любовша ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[6]. Ғаилә аслыҡтан көньяҡҡа ҡаса һәм Ставропольеға[7] килеп сыға. 1938 йылдаНевинномысск ҡалаһында 5-се тимер юлсылар мәктәбендә 10 класты тамамлай.
Ҡыҙыл армияла 1939 йылдан. Грозный хәрби-пехота училищеһын да уҡый һәм уны 1941 йылдың июнендә лейтенант дәрәжәһендә тамамлай[7].
Бөйөк ватан һуғышы
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк ватан һуғышында ҡатнаша: —1941 йылдың июненән — Көньяҡ-көнбайыш фронтта 41-се танк дивизияһында мотоциклет рота командиры,— 1941 йылдың октябренән — Мәскәү ҡалаһының автобронетанк үҙәгенең 143-сө айырым танк бригадаһының разведка взводы командиры, Көнбайыш фронтта һуғыша,
— 1942 йылдың февраленән — Калинин фронтында танк батальоны штабы начальнигы һәм тагк бригадаһы штабы начальнигы, — 1943 йылдың февраленән — бригада штабының оператив эш буйынса начальник урынбаҫары, — 1943 йылдың авгусынан 1945 йылдың майына тиклем — 1-се Балтик буйы һәм 2-се Белорус фронттарында 143-сө танк бригадаһы штабы начальнигы (1945 йылдың февраленән бригада айырым гвардия ауыр үҙйөрөшлө-артиллерия бригадаһы тип атала).
Көнбайыш Украинаны обороналау һуғыштарында, Мәскәү өсөн алышта, Ржевский алышында, Смоленск, Белоруссия, Балтик буйы, Көнсығыш Пруссия, Көнсығыш Померан, Берлин һөжүм операцияларында ҡатнаша.
1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы,
Иҫкәрмәләр
- ↑ Record #94449862 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ Куликов Виктор Георгиевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Wiktor Georgijewitsch Kulikow // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ https://izgotovleniepamyatnikov.ru/mogila/kulikov/
- ↑ Биография маршала СССР Виктора Куликова. РИА Новости.
- ↑ Сайт «Герои страны»
- ↑ 1 2 Огонек: Брежнев, Жуков, Рокоссовский… Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2014. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
Әҙәбиәт
- Куликов В. Г. // Куценко А. Маршалы и Адмиралы флота Советского Союза. — Киев.: Полиграфкнига, 2007. — С. 217—223.
- Куликов В. Г. // Маршалы Советского Союза. Личные дела рассказывают. — М.: Любимая книга, 1996. — С. 47—48. — ISBN 5-7656-0012-3.
Һылтанмалар
- Куликов Виктор Георгиевич на сайте Министерства обороны Российской Федерации
- Виктор Георгиевич Куликов.