Баграмян Иван Христофорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
әрм. Հովհաննես Քրիստափորի Բաղրամյան
Гражданлығы
Һөнәр төрө сәйәсмән, офицер
Хәрби звание Советтар Союзы маршалы, Полковник, Генерал-майор, Генерал-лейтенант, генерал-полковник[d] и Армия генералы
Командиры 1-й Прибалтийский фронт[d], 16-я армия[d], 11-я гвардейская армия[d], 3-й Белорусский фронт[d] и Прибалтийский военный округ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 20 ноябрь (2 декабрь) 1897[1] или 2 декабрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3][…] (84 йәш)
Тыуған урыны
Хеҙмәт итеүе СССР и Рәсәй империяһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] и КПСС-тың XXI съезы[d]
Заты ир-ат[4]
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Ҡултамға
Һуғыш/алыш
Рәсем
Әүҙемлек осороноң башланыуы 1915 — наст. время
Ғәскәр төрө пехота[d] и артиллерия[d]
Волосы на лице усы щёточкой[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Иван Христофорович (Ованес Хачатурович) Баграмян (әрм. Հովհաննես Քրիստափորի Բաղրամյան; 20 ноябрь (2 декабрь) 1897 йыл — 21 сентябрь 1982 йыл, Мәскәү) — СССР полководецы. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1977), ете Ленин ордены (1944, 1945, 1947, 1957, 1967, 1972, 1977) кавалеры. Советтар Союзы Маршалы, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.

Иртә йәштәге биографияһы һәм Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1897 йылдың 20 ноябрендә (2 декабрь) Елизаветполь губернаһында Чардахлы ауылында[5], бай булмаған әрмән ғаиләһендә тыуа. Тыуғандағы исем-шәрифе — Ованес Хачатурович. Атаһы, Хачатур Карапетович, тимер юлында эшләй, үҙ аллы белем ала һәм артель старостаһы була. Әсәй, Мариам Артемовна, ауыл тимерсеһе ғаиләһенән, үҙен тулыһынса бала тәрбиәләүгә бағышлай.

Башланғыс белемде Елизаветполь әрмән сиркәү-мәхәллә мәктәбендә ала. Аҙаҡ 1907—1912 йылдарҙа -Тифлис тимер юл училищеһында, ә 1912—1915 йылдарҙа техник училищела уҡый, уны тамамлағас техник-практик булып эшләй.

И. Х. Баграмян шәхси эш өсөн автобиографияһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

«9 йәштән ике класлы тимер юл училищеһында тырышып уҡыным, һуңынан ата-әсәйемә матди ауыр булһа ла — Тифлис тимер-юл техник училищеһында уҡыным (1912—1915). Ике училищены ла яҡшы баһалар менән тамамланым».

Тимер юлында бер нисә ай ғына эшләп ҡала, 1915 йылда армия сафына доброволец булып инә. Хеҙмәтен запас пехота батальонында башлай, һуңынан 2-се сик буйы пехота полкында дауам итә һәм 1917 йылдың ғинуарынан Кавказ запас кавалерия полкында хеҙмәт итә. Батыр һәм белемле кеше булараҡ, прапорщиктар мәктәбенә йүнәлтелә, уны 1917 йылда тамамлай.

Февраль революцияһынан һуң «Дашнакцутюн» әрмән партияһын яҡлай һәм Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң генерал Мовсес Силиков етәкселегендәге Беренсе Әрмән Республикаһы әрмән дивизияһының 3-сө уҡсылар һәм 1-се кавалерия полктары составында төрөк ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1920 йылдың декабрендә дашнак хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәреүселәргә ҡушыла, үҙ ирке менән1-се Әрмән эскадроны командиры сифатында Әрмән Ҡыҙыл армия сафына баҫа. 11-се армия составында командир вазифаларында дашнактарҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә һәм Әрмәнсәтандың төньяғында, һуңынан Грузияла совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша.

1921 йылдың февраленә тиклем эскадрон командиры, командирҙың хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсыһы булып ҡала. 1921 йылдың март — сентябрендә Грузиялағы Әрмән СССР-ы Хәрби вәкиллегенең секретары вазифаһын биләй, һуңынан үҙенең элекке вазифаһына кире ҡайта.

1923 йылдың декабренә тиклем полкы разведкаһы мөдире була.

  1. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. Iwan Christoforowitsch Bagramjan // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  3. Ivan Khristoforovich Bagramyan // TracesOfWar
  4. Record #59369759 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  5. Ныне в Шамкирском районе Азербайджана.
  • Мержанов Мартын Иванович. Солдат, генерал, маршал: (О Баграмяне И. Х.) / Мартын Мержанов.. — М.: Политиздат, 1974. — 128, [4] с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз. (обл.)
  • Василевский Александр Михайлович Маршал Советского Союза И. X. Баграмян // ВИЖ. 1977. № 12. С. 11.
  • Денисов Н. Доблесть и слава полководца // Герои огненных лет. — М., 1984. Кн. 7.
  • Абрамов А. С. У Кремлёвской стены. — Изд. 7-е, доп. — М.: Политиздат, 1987.
  • Советская Военная Энциклопедия. — 2 изд. — Т. 1: — М.: Воениздат, 1990. С. 293.
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. — М., 1996.
  • Егоршин В. А. Фельдмаршалы и маршалы. — М., 2000.
  • Лазарев Сергей Евгеньевич Превратности карьеры маршала И. Х. Баграмяна // Учёные записки Орловского государственного университета. 2011. № 1 (39). Гуманитарные и социальные науки. С. 37-44.
  • Карпов Владимир Васильевич. Маршал Баграмян: Мы много пережили в тиши после войны. — М., 2006.
  • Калинин Г. А. «Что нам делать с Генералиссимусом Победы?»// На сайте kalininga.ru
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.