Малиновский Родион Яковлевич
Малиновский Родион Яковлевич (10 (22) ноябрь 1898 йыл, Одесса, Херсон губернаһы, Рәсәй империяһы — 31 март 1967 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы полководецы, Советтар Союзы Маршалы (1944). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945, 1958), Югославияның Халыҡ геройы (1964)[3][4]. СССР-ҙың Оборона министры (1957—1967). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1956—1967).
Биографияһы
Сығышы
Украин[5]. Никахһыҙ тыуа: әсәһе — Варвара Николаевна Малиновская, атаһы — Яков, Одессала үлтерелә, Варвара Николаевна менән Одессаға 1898 йылда, улы тыуғанға тиклем килә[6]. Шулай уҡ атаһы — Одесса полицмейстеры, тоҡомло Тамбов губернаһы дворяны, полковник, отставкаға генерал-майор дәрәжәһендә сыҡҡан һәм 1902 йылда вафат булған Яким (Яков) Иванович Бунин тигән версия ла йәшәй. Был шикле фараз (үпкәләгән ҡатын-ҡыҙҙың уйҙырмаһы булыуы ла ихтимал) Малиновскийҙың тәүге ҡатынының 1954 йылда СССР-ҙың Юғары Советының һайлау буйынса Үҙәк һайлау комиссияһына ебәрелгән ялыуына ситләтеп булһа ла бәйле[7]. Родион яковлевич автобиографияһында: «мин 1898 йылдың яңы стиль буйынса 23 ноябрендә Одесса ҡалаһында тыуғанмын, атайымды белмәйем, метрикамда „никахһыҙ тыуған“ тип яҙылған», — тип яҙа[8]. Яков вафат булғандан һуң Варвара Николаевна тыуған яҡтарына ҡайтып, граф Гейден биләмәһендә экономка булып хеҙмәт итә, унда лакей булып эшләгән буласаҡ ире Сергей Залесный менән таныша[9].
Тыуғандан һуң буласаҡ маршал әсәһенең туғанына — ул саҡта 50 йәштәр самаһындағы Вера Николаевна Малиновскаяға ебәрелә. Ул табип һәм В. Остославскаяның Мариуполь ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы була, шулай уҡ балалар приютында уҡытыуы ла мөмкин. Ваҡыттарының күпселек өлөшөн Мариуполдә үткәрәләр, Родиондың бында, гимназияла йәки реаль училищела уҡыуы ихтимал, ә йәйгеһен Вера Николаевнаның Чернигов эргәһендәге имениеһында йәшәйҙәр. Ундағы оло йәштәге кешеләр уны һәм Родион Яковлевичты 1960 йылдарҙа ла хәтерләйҙәр әле. Тап бында буласаҡ маршал украин телен һәм украин йырҙарын өйрәнә, уларҙы ғүмерлекккә ярата. Совет анкеталарында милләтен мотлаҡ «украин» тип күрһәтә[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Малиновский Родион Яковлевич (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Rodion Yakovlevich Malinovsky // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Голубович B. C. Маршал Р. Я. Малиновский. — М., 1983.
- ↑ Родион Яковлевич Малиновский
- ↑ Малиновский Родион Яковлевич. www.warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2018.
- ↑ Сын маршала Малиновского: «Поприветствовав отца матом, Жуков тут же получил адекватный ответ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2015.
- ↑ Соколов Б. В. По линии Буниных? // журнал «Родина», 2011, № 5.
- ↑ Малиновский Родион Яковлевич. Маршалы СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2019. 2019 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ «Неформатный» министр обороны из Украины. Родион Малиновский — несоветский советский маршал. День, Kiev.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2015.
- ↑ Борис СОКОЛОВ, историк, публицист, Москва. Родион Малиновский — несоветский советский маршал (русский). — 2014. — Т. 1.
Әҙәбиәт
- Малиновская Н. Р. Память-снег. // журнал «Дружба народов», 2005, № 5. (Воспоминания об отце).
- Захаров М. Маршал Советского Союза Родион Малиновский // Полководцы и военачальники Великой Отечественной. Вып. 1. — 2-е изд. — 1971. — С. 221—256. — 448 с. — (Жизнь замечательных людей). — 150 000 экз.
- Шишов А. В. Малиновский Родион Яковлевич. // 100 великих военачальников. — М.: Вече, 2002. — 608 с. — С. 598—603. — ISBN 5-7838-0781-8
- Якупов Н. М. Полководческая мудрость // Весну принесли на знамёнах. — Одесса: Маяк, 1984. — С. 21—27.
- Соколов Б. В. Чудо Сталинграда. — М.: Алгоритм, 2013. — 400 с. — (Военный архив). — 2 000 экз. — ISBN 978-5-4438-0489-7.
Һылтанмалар
- Малиновский Родион Яковлевич на сайте Министерства обороны Российской Федерации