Василевский Александр Михайлович

Василевский Александр Михайлович (18 сентябрь (30 сентябрь) 1895 йыл — 5 декабрь 1977 йыл) — хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1943) Генераль штаб начальнигы, Баш командование ставкаһы ағзаһы, Алыҫ Көнсығышта совет ғәскәрҙең баш командующийы, СССР Ҡораллы Көстәренең һәм СССР-ҙың хәрби министры. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1961).

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (19421945) генераль штаб начальнигы вазифаһында Совет-герман фронтында барлыҡ ҙур операцияларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

1945 йылдың 20 апреленән 26 февралгәсә СССР Ҡораллы Көстәре Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 3-сө Белорус фронты менән командалыҡ итә, Кенигсберг ҡалаһын һәм ҡәлғәһен штурмлау менән идара итә (6-9 апрель, 1945 йыл).

1945 йылдың икенсе яртыһында Япония менән һуғышта Алыҫ Көнсығышта совет ғәскәрҙәренең баш командующийы була.Икенсе донъя һуғышының иң ҙур полководецтарының береһе. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында бер тапҡыр ҙа еңелмәгән хәрби начальник.

1949—1953 йылдарҙа — СССР Ҡораллы Көстәренең һәм СССР-ҙың хәрби министры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Aleksandr Mikhailovich Vasilevsky // TracesOfWar

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар