Ахромеев Сергей Фёдорович
Ахромеев Сергей Федорович (5 май 1923 йыл[4] — 24 август 1991 йыл, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы маршалы (1983). Советтар Союзы Геройы (1982).
СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы — СССР оборона министрының беренсе урынбаҫары (1984—1988).
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1983—1990), КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1981—1983). XI саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты, СССР халыҡ депутаты (1989—1991).
ГКЧП ҡатнашыусыһы, ул еңелгәндән һуң үҙенә ҡул һала.
Биографияһы
Сергей Фёдорович Ахроме́ев 1923 йылдың 5 майында хәҙерге Мордовия Республикаһы Виндрей ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1940 йылда Мәскәүҙә 1-се махсус хәрби-диңгеҙ мәктәбен тамамлай, шул уҡ йылда М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инеп, хәрби хеҙмәтен башлай
Училищеның беренсе курсын тамалағас — 1941 йылдың июленән декабргә тиклем Ленинград фронтында берләшкән курсант уҡсылар батальоны составында һуғыша, яралана. 1942 йылдың авгусында 2-се Эстерхан пехота училищеһы ҡарамағындағы лейтенанттар курсына курсант итеп ҡабул ителә һәм уны шул уҡ йылда тамамлай, артабан — Сталинград һәм Көньяҡ фронттарҙа 28-се армияның 197-се армия запас полкының уҡсылар взводы командиры, ә 1943 йылдан — 4-се Украина фронтында шул уҡ полктың уҡсылар батальонында өлкән адъютант. 1944 йылдың июленән Харьков һәм Мәскәү хәрби округтарында Баш командование резервының 14-се үҙйөрөшлө артиллерия бригадаһының моторлаштырылған автоматсылар батальоны командиры. Ҡыҙыл армияның бронялы танк һәм механизацияланған ғәскәрҙәренең үҙйөрөшлө артиллерияһы Юғары офицерҙар мәктәбен тамамлай (1945).
Блокада ваҡытында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡаны өсөн наградлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=1029
- ↑ 1 2 Sergei Fyodorovich Akhromeyev // TracesOfWar
- ↑ Sergej F. Achromejew // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Ныне — Торбеевский район, Мордовия, Россия.
Һылтанмалар
- Ахромеев Сергей Фёдорович. «Герои страны» сайты.
- Маршал С. Ф. Ахромеев на сайте Минобороны России
- Маршалы Советского Союза. Личные дела рассказывают / Институт военных и историко-патриотических исследований. — М.: Любимая книга, 1996. — 96 с. — ISBN 5-7656-0012-3.
- Майоров А. Правда об Афганской войне. — М., 1996. — ISBN 5-7712-0032-8.
- Сергей Ахромеев. Пантеон Истории. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.
- Тайна гибели маршала Ахромеева. Государственный интернет-канал «Россия (2011). — док. фильм. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.