Кулик Григорий Иванович
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVII съезы[d] и ВКП(б)-ның XVIII съезы[d] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Үлем төрө | Үлем язаһы |
Вафат булған урыны | |
Хәрби звание | Советтар Союзы маршалы и Ефрейтор |
Командиры | 1-я гвардейская мотострелковая дивизия[d], 3-й стрелковый корпус[d], 54-я армия (СССР)[d], 4-я гвардейская армия[d], 10-я армия[d], 14-я армия (РККА)[d], 1-я Конная армия[d] и Северо-Кавказский военный округ[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1912 — наст. время |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Тыуған урыны | |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
![]() | |
Тыуған көнө | 28 октябрь (9 ноябрь) 1890[1] |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Вафат булған көнө | 24 август 1950 (59 йәш) |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Һуғыш/алыш | |
![]() |
Кулик Григорий Иванович (укр. Григорій Іванович Кулик; 28 октяюрь (9 ноябрь) 1890 йыл — 24 август 1950 йыл, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы[2]. ВКП(б) ағзаһы (1917—1945), ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1942). СССР Юғары Советы депутаты. 1950 йылдың 24 авгусында «Совет власына ҡаршы көрәш өсөн ҡотҡо төркөмө ойоштороуҙа» ғәйепләнә һәм атыла. Сталин үлгәндән һуң, енәйәт составы булмағанлыҡтан, аҡлана.
Биографияяһы
Кулик Григорий Иванович Полтава губернаһы Дудниково хуторында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә дүрт синыфты тамамлай. Украин[3].
Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы
1912 йылдың ноябренән Рус император армияһында хәрби хеҙмәттә. Артиллерия частары составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 4-се дәрәжә, Георгий тәреһе менән бүләкләнә[4]. Ябай рядовойҙан фейерверкер (өлкән унтер-офицер) дәрәжәһенә тиклем юл үтә. Февраль революцияһынан һуң батарея, дивизион, бригада, дивизияның һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана, Көнбайыш фронты частары вәкилдәре съезына делегат итеп ебәрелә. 1917 йылдың июнендә командование ойошторған һөжүмгә ҡаршы агитация алып барғаны өсөн ҡулға алына, әммә тиҙҙән, һалдаттар баҫымы аҫтында, азат ителә[5].
1917 йылда большевиктар партияһына инә, шул уҡ йылдың ноябрендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, унда ҡыҙыл гвардия отряды төҙөй, Германия частары һәм гайдамактар меән һуғыша. Ошо отряд составында 1918 йылда К. Е. Ворошилов командалыҡ иткән 5-се Ҡыҙыл армияға инә. 5-се, һуңынанВорошилов артынан эйәреп, 10-сы һәм 14-се армияларҙың артиллерия командующийы итеп һайлана. Царицынды обороналауҙа ҡатнаша (уның барышында И. В. Сталин менән таныша), бер ни тиклем ваҡыт Харьков гарнизоны начальнигы һәм губерна хәрби комиссары булараҡ Белгород, Сумах, Харьковта советтатға ҡаршы сығыштарҙы бөтөрөүҙә ҡатнаша, Донда була. 1919 йылдың майында Григориий ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1920 йылдың июненән — 1-се атлы армияның артиллерия начальнигы, уның составында составында Деникин, Врангель ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Совет-поляк һуғышында ҡатнаша. 1921 йылда ошо постағы хеҙмәте өсөн икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, Царицынды обороналауҙың юбилейына (1930) өсөнсө орденға лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Grigory Ivanovich Kulik // TracesOfWar
- ↑ Кулик Григорий Иванович // Хронос
- ↑ Кулик Григорий Иванович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Ганин А. Они взяли Берлин. Через 30 лет… Шесть Полных кавалеров Георгиевского креста стали Героями Советского Союза. // «Родина». — 2018. — № 11. — С.19-20.
- ↑ Александр Печёнкин. И выдвиженец, и жертва Сталина // Независимое военное обозрение, 17.02.2006.
Әҙәбиәт
- Бортаковский Т. Расстрелянные Герои Советского Союза. — М.: Вече, 2012. — ISBN 978-5-9533-6190-3
- Лазарев С. Е. Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья. — Воронеж: Воронежский ЦНТИ — филиал ФГБУ «РЭА» Минэнерго России, 2012. — 312 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-4218-0102-3.
- Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь. В 2 тт. — М.: Воениздат, 1987.
- Печенкин А. И ордена, и тюрьма: Роковая карьера маршала Кулика. // «Родина». — 1996. — № 6. — С.55-60.
Һылтанмалар
- Кулик Григорий Иванович // Сайт Министерства обороны Российской Федерации
- Кулик Григорий Иванович . «Герои страны» сайты.
- Рудольф Пихоя. Генеральские разговоры // МИЖ № 6, ноябрь-декабрь 1999.
- Приказ НКО СССР № 069 от 12 апреля 1945 года «О снятии с работы в Главупраформе генерал-лейтенанта Кулика Г. И.» 2019 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
- Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаусылар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- КПСС ағзалары
- 9 ноябрҙә тыуғандар
- 1890 йылда тыуғандар
- 24 августа вафат булғандар
- 1950 йылда вафат булғандар
- ВКП(б)-ның XVIII съезы делегаттары
- СССР-ҙа атылғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Халхин-Гол буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Изге Георгий ордены билдәһе кавалерҙары
- Совет Союзы маршалдары
- Алфавит буйынса шәхестәр