Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 26 февраль 1939 (86 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры |
Тыуған урыны |
Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (26 февраль 1939 йыл) — педагог, мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1998 йылдарҙа Шишмә районы мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Биографияһы
Фәнзил Нәғим улы Ғәбиҙуллин Башҡортостан АССР-ының Шишмә районы Сыуалкип ауылы 1939 йылдың 26 февралендә колхозсы ғаиләһендә тыуған.
1956 йылда урындағы урта мәктәпте тамамлай һәм Өфө статистика техникумына уҡырға инә.
1958 йылда, урта махсус һөнәри белем алғас, Татар АССР-ының Апас районыны статистика идаралығы инспекторы итеп эшкә ебәрелә.
1960—1961 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1961 йылдан Шишмә районының Ҡалмаш урта мәктәбендә йыл ярым химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй[1].
1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә.
1967 йылда Ҡалмаш мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә[1].
1972 йылда Шишмә район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Район уҡытыусыларының ижади хеҙмәтен ойоштороуҙа һәм уға йүнәлеш биреүҙә Фәнзил Нәғим улының ойоштороу һәләте һәм етәкселек итеү стиле асыҡ күренә. Ике-өс йылдан республикала абруйлы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып таныла. Уның оҫта етәкселегендә Шишмә районы мәктәп һәм башҡа балалар ойошмалары өсөн биналар төҙөү, яңы уҡыу йылына әҙерләнеү, мәктәптәрҙе техник йыһаздар һәм дидактик материалдар менән тәьмин итеү буйынса райондарҙың ярышында бер нисә тапҡыр еңеүсе була һәм бүләктәр ала[1].
Фәнзил Ғәбиҙуллин район уҡытыусылары, мәктәп етәкселәре эштәрен ныҡлап өйрәнә, уларҙың алдынғы тәжрибәһен киң таратыу маҡсатында республика ваҡытлы матбуғатында мәҡәләләр менән сығыш яһай. Уҡытыусыларҙың методик эшен ойоштороуға ла ҙур иғтибар бирә.
1985 йылдың 4 сентябрендә «Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1], БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы[2].
Оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәте өсөн «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт Билдәһе ордены
- Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 231-се б..
- ↑ Ветеран образования Фанзил Габидуллин — номинант на награду «Отцовская доблесть». Общественная палата Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2024)
Һылтанмалар
- К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 231—232-се б.б..
- Общественная палата Республики Башкортостан "Ветеран образования Фанзил Габидуллин — номинант на награду «Отцовская доблесть» 2021 йылдың 29 июль көнөндә архивланған.
- В Башкирии 27 отцов получили общественную награду «Отцовская доблесть». Электронное издание «Молодежная газета» Республики Башкортостан. Официальный сайт. 15 октяября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2024)</ref>