Ғәлин Уйылдан Нурғәли улы

Ғәлин Уйылдан Нурғәли улы (рус. Галин Вильдан Нургалиевич; 26 февраль 1979 йыл28 август 2024 йыл) — журналист, 2018 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй федерацияһы журналистар Союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023).

Журналист үҙ карьераһында меңләгән репортаж, сюжет, интервью һәм тура эфир әҙерләй. «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Махсус репортаж», «Алтын көҙ», «Арыҫлан» ирҙәр клубы, «Власть менән һөйләшеү» телепроекттарын ойоштороусы, авторҙашы һәм алып барыусыһы була.

Биографияһы

Уйылдан Нурғәли улы Ғәлин 1979 йылдың 26 февралендә Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған. 2001 йылда Уйылдан Ғәлин Башҡорт дәүләт университетын (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) һәм тамамлай. Студент йылдарынан уҡ радиотапшырыуҙар өлкәһендә эшләй. «Юлдаш» радиоканалын ойоштороуҙа ҡатнаша, уны тулыландырыу, радиотапшырыуҙар ойоштороу һәм етештереү, яңылыҡтар сығарыуҙарҙы версткалау менән шөғөлләнә[1].

2003 йылда Уйылдан Нурғәли улы «Башҡортостан» ДТРК-һының Бөтә Рәсәй ТРК-һы филиалының телевидение студияһына эшкә күсә. Тәүҙә хәбәрсе, аҙаҡ мәғлүмәт программалары хеҙмәте мөхәррире булып эшләй. 2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулында була. Ул төрлө темаларға — сәйәсәт, социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, ауыл хужалығы, спорт һәм мәҙәниәт темаларына йөҙләгән яңылыҡтар видео сюжеттарын төшөрә һәм эфирға сығара[2].

2011 йылда Уйылдан Нурғәли улы телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул билдәле телепроекттарҙы («Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Махсус репортаж», «Алтын көҙ», «Арыҫлан» ирҙәр клубы, «Власть менән һөйләшеү») ойоштороусы, авторҙашы һәм алып барыусыһы була һәм айырыуса мөһим саралар үткәрелгән урындарҙан тура трансляциялар алып бара[3].

2014 йылда Уйылдан Нурғәли улы «Башҡортостан» ДТРК-һының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул иртәнге тура эфирҙың башҡорт телендәге линейкаһын тулыһынса үҙгәртә.

2015 йылда Уйылдан Нурғәли улы етәкселегендә «Рәсәй 1−Башҡортостан» телеканалында яңы күләмле проект тормошҡа ашырыла. 12 майҙа башҡорт телендә «Хәбәрҙәр» төбәк яңылыҡтарының тәүге сығарылышы эфирға сыға. Төбәк яңылыҡтар сығарылыштары Башҡортостан Республикаһында юғары рейтингҡа күтәрелә. Ул тиҙ һәм сифатлы рәүештә редакцияны цифрлы комплекста эшләргә әҙерләүҙе ойоштора һәм үткәрә[2].

2018 йылда Уйылдан Нурғәли улы «Башҡортостан» ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара[1].

2024 йылдың 28 авгусында Уйылдан Нурғәли улы ҡапыл вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының Рәхмәт хаты (2023)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Миниғәлиева Ә.. Билдәле журналист Уйылдан Ғәлин вафат булған, Башҡортостан (29-08-2024). 18 май 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 Йәнең йәннәттә булһын, хеҙмәттәш!, «Һәнәк» журналы (30 сентябрь 2024). 19 май 2025 тикшерелгән.
  3. В Башкирии ушёл из жизни известный журналист Вильдан Галин. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2025.

Һылтанмалар