Гилева Наталья Георгиевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 26 февраль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө химик
Тыуған урыны
Эш урыны

Гилева Наталья Георгиевна (26 февраль 1956 йыл) — ғалим-химик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2008 йылдарҙа поликонденсация төркөмө етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2011).

Наталья Георгиевна Гилева 1956 йылдың 26 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Органик химия институтында эшләй: 1990 йылдан алып — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2008 йылдарҙа поликонденсация төркөмө етәксеһе. Докторлыҡ диссертацияһын 2011 йылда «Синтез сополиариленфталидов по реакции электрофильного замещения и их свойства» темаһы буйынса яҡлай[1].

Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармаҡлы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә арналған. Н. Г. Гилева тарафынан юғары физик-механик, электрофизик үҙенсәлекле гомо-һәм сополиариленфталидтарҙы, фталидкетондарҙы йүнәлешле синтезлау ысулдары эшләнә.

70-тән ашыу фәнни хеҙмәт[2], бер уйлап табыу авторы.