Вилданов Әхмәт Шафиҡ улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 26 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (93 йәш)
Гражданлығы
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Уҡыу йорто

Вилданов Әхмәт Шафиҡ улы (рус. Вильданов Ахмет Шафикович; 26 февраль 1932 йыл9 июль 2016 йыл) — төҙөлөш тармағы эшмәкәре. 1993—1997 йылдарҙа «Баштрансстрой» дәүләт берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр союзын ойоштороусы һәм 1995—2004 йылдарҙа уның тәүге пезиденты. Рәсәйҙең һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Әхмәт Шафиҡ улы Вилданов 1932 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ы Бүздәк районы Боғаҙы ауылында тыуған Башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын, 1954 йылда Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас башлай. 1954 йылдан 1981 йылға тиклем төҙөүселәр бригадиры булып эшләй. Артабан төҙөлөштә прораб, төҙөлөш-монтаж поезы начальнигы булып эшләй. Харьков юл төҙөлөшө техникумын тамамлай.

1981—1983 йылдарҙа «Уфимтрансстрой» тресының идарасы урынбаҫары.

1992 йылдан «Уфимтрансстрой» тресының генераль директоры.[2]

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] һәм һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сәнәғәт, энергетика, элемтә информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы» ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104