Фанни Брате
швед. Fanny Brate[1] | |
Гражданлығы | |
---|---|
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | швед. Fanny Ingeborg Matilda Ekbom |
Әсәһе | Генриетта Александрина Дальгрен[d][2][3] |
Вафат булған көнө | 24 апрель 1940[4][5][…] (78 йәш) |
Хәләл ефете | Эрик Брате[d][4][6][…] |
Эшмәкәрлек төрө | women's suffrage in Sweden[d][1] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[7][1] |
Уҡыу йорто | |
Һөнәр төрө | художница |
Тыуған көнө | 26 февраль 1862[4][8][…] |
![]() | |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Милли һынлы сәнғәт музейы[d] |
Жанр | живопись фигуры человека[d][4] и жанровая живопись[d][4] |
Атаһы | Юхан Экбум[d][3][2] |
Изображается на | Fanny Brate[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Fanny Brate |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Балалары | Инга Мунте[d][9] |
Ерләнгән урыны | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны | |
![]() |
Ингеборг Матильда Фанни Брайт, ҡыҙ фамилияһы Ekbom, (швед. Fanny Brate; 26 февраль 1862 йыл — 24 апрель 1940 йыл) — швед рәссамы.
Фанни Брайт картиналарын швед рәссаме Карл Ларссон йоғонтоһонда ижад иткән. Уның эштәре ғаилә тормошо идиллияһына бағышланған.
Биографияһы
Фанни Брайттың атаһы — Джон Фредерик Оскар Экбом (Oscar Ekbom Gustaf Fredric Johan).
Ул Карл Шведский, герцог Вестергетландскийҙың писары була.
1880 йылда, 18 йәшендә, Брайтты Короллектең ирекле сәнғәт академияһына ҡабул итәләр.
1887 йылда Парижға танышыу сәфәре ҡыла.
1889 йылда Германия, Дания, Норвегия, Англия, Австрия һәм Италияла булып сыға.
1887 йылда Фанни Эрике Брайтҡа (1857—1924) кейәүгә сыға.
Уларҙың ғаиләһендә дүрт ҡыҙ була: Астрид (1888—1929), Торунь (1891—1993), Рагнхильда (1892—1894), Ингегерд (1899—1952). Кейәүгә сыҡҡас, Фанни Брайт сәнғәтте ҡалдырырға мәжбүр була. Шулай ҙа швед сәнғәт донъяһында башҡа рәссамдарҙы ҡурсалаусы булараҡ ҡатнашыуын дауам итә.
1891 йылда Брайт Svenska Konstnärernas Förening рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы булып китә.
Эштәре
Рәссам әҫәрҙәрендә пейзаждар, интерьер, натюрморттар һүрәтләй, портреттар ижад итә.
Иң билдәле әҫәре — 1902 йылда яҙылған Namnsdag (Байрам көндәре) картинаһы. Әлеге ваҡытта ул швед Милли һынлы сәнғәт музейында һаҡлана.
Уның күренекле эштәре араһында «Һуҡыр әбей» (1903), «Ирекле минут» һәм башҡа картиналары бар.
Фанни Брайттың картиналары аша уның бик нескә балалар психологы икәнлеге тойомлана.
Картиналарында балалар уйнай, һүрәт төшөрә, һүҙләшеп китә, бер-береһе тураһында ҡайғырта.
Уларҙа француз рәссамы Эжен Карриере портретарындағы яҡынлыҡ тойғоларын, швед рәссаме Карл Ларссондың ғаилә тормошонан сюжеттар табырға мөмкин.
1943 йылда Швецияның милли музейында рәссамдең шәхси күргәҙмәһе асыла. Унда уның 126 эше ҡуйылған.
Фанни Брайт акварель һәм май ҡулланып ижад итә. Швецияның XIX быуат дәүерен, кешеләрен, уларҙың тормошон күрһәткән картиналары илдең бик мөһим мәҙәни мираҫы булып тора[11].
Әлеге ваҡытта рәссамдың картиналары Швеция милли музейында, Гетеборг художество музейында, Төньяҡ илдәр музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Күргәҙмәләре
- Müsse el Grinden Internationale Kunstausstellung Munich күргәҙмәһе, Мюнхен, 1892.
- Стокгольмдә күргәҙмә, 1897.
- Grosse Kunstausstellung күргәҙмәһе, Берлин, 1900.
- «Ҡатын-ҡыҙ сәнғәте» швед рәссамдары ассоциацияһы күргәҙмәһендә, 1909.
- «Улар Парижға китте» күргәҙмәһе— Liljevalchs konsthall сәнғәт галереяһы.
Галереяһы
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 http://www2.ub.gu.se/kvinndata/portaler/rostratt/pdf/rostrattsfragan.pdf
- ↑ 1 2 Hovförsamlingens kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/SSA/0007/C I/6 (1861-1886), bildid: 00033265_00006
- ↑ 1 2 3 Fanny Ingeborg Mathilda, f. 1861 i Stockholm // Folkräkningar (Sveriges befolkning) 1880 (швед.) — Riksarkivet.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Fanny I M Brate (f. Ekbom) (швед.) — 1917.
- ↑ 1 2 Engelbrekts kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/6003/F I/8 (1938-1941), bildid: 00017532_00099 — бит 111.
- ↑ Ekbom, Fanny Ingeborg Matilda, f. 1861 i Stockholm // Folkräkningar (Sveriges befolkning) 1890 (швед.) — Riksarkivet.
- ↑ artist list of the National Museum of Sweden — 2016.
- ↑ 18610226 Brate f. Ekbom, Fanny Ingeborg Matilda // Swedish death index
- ↑ Fanny Ingeborg Matilda, f. 1861 i Hovförsamlingen Stockholms stad // Folkräkningar (Sveriges befolkning) 1900 (швед.) — Riksarkivet.
- ↑ Brate, FANNY I.M. — Svenskagravar.se.
- ↑ National Museum exhibition catalogs No. 93