Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы

Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы (15 октябрь 1922 йыл — 12 август 1969 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, уҡсы, рядовой. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943). 1943 йылда ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2][3].

Биографияһы

Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы 1922 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР‑ының Стәрлетамаҡ кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Һарыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Башланғыс белем алғандан һуң Башҡорт АССР-ы Йомағужа районының «Ҡыҙыл Маяҡ» колхозында көтөүсе булып эшләгән.

1942 йылда Йомағужа район военкоматы тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышының Воронеж фронтында хеҙмәт итә.

40‑сы армияның 178‑се танк бригадаһы 1159‑сы артиллерия полкы уҡсыһы ҡыҙылармеец Әминев 1943 йылдың 21 сентябрендә батырлыҡ күрһәтә.

Алдынғы отряд составында Киевтан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһы аша сығыуҙа һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр дошман уты аҫтында плацдармға боеприпастарҙы кәмәлә ташый. Алыш ваҡытында ҡаты яралана һәм госпиталгә дауаланырға ебәрелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Госпиталдә дауаланғандан һуң 1944 йылда хәрби хеҙмәттән демобилизациялана. Артабан Башҡортостандың Йомағужа ауылында йәшәй һәм колхозда эшләй.

1969 йылдың 12 авгусында Күгәрсен районы Йомағужа ауылында вафат булған, шул ауыл зыяратында ерләнгән.

Наградалары

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы
  2. И.Ғ.Кәримова, тәржемәсе М.Х.Хужин. Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы. «Герои страны» сайты.
  4. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар

  • Герои Советского Союза: крат. биогр. слов. Т.1. — Москва, 1987.
  • Подвиги Героев Советского Союза. — М., 1981
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.

Һылтанмалар