Воскресенск картиналар галереяһы

Воскресен картина галереяһы (рус. Воскресенская картинная галерея) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылының үҙәгендә урынлашҡан сәнғәт галереяһы, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы. 1940–1990 йылдарҙағы Мәскәү рәссамдар мәктәбенә ҡараған живопись, графика һәм скульптура эштәрен үҙ эсенә алған уникаль коллекция, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Мәскәү художество мәктәбенең эвакуацияһы менән бәйле тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Тарихы

Галерея 1970 йылда Мәскәүҙең танылған рәссамдары — В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты ҡарамағындағы Мәскәү урта художество мәктәбенең уҡыусылары һәм уҡытыусылары инициативаһы буйынса ойошторола. Улар 1941–1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Воскресен ауылына эвакуацияланған була. Галерея рәсми рәүештә 1971 йылдың 6 ноябрендә элекке колхоз бинаһында асыла. Галереяны ойоштороусылар — рәссамдар Виктор Бабицын һәм Руслан Кобозев[1].

1979 йылда галерея М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы статусын ала. 1980 йылда галерея нигеҙендә Воскресенск ауылында балалар художество мәктәбе асыла. Артабан Мәскәү мәктәбенең элекке уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт педагогика институты, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары Воскресенск ауылында пленар практикалар үткәрә[2][3].

Урыны һәм бинаһы

Галерея Воскресенск ауылының үҙәгендә, Тор йылғаһы буйында, XVIII быуат Воскресен баҡыр иретеү заводы һәм Воскресенск сиркәүе ҡомартҡылары янында урынлашҡан. Галерея бинаһы — архитектура ҡомартҡыһы: танылған табип Эргард Иванович Корлейс (1870–1927) йәшәгән кирбес йорт, XIX быуаттың икенсе яртыһына ҡарай. Йорт тарихи ҡиәфәтен һаҡлаған, бер ҡатлы, аркалы тәҙрәләре менән айырыла, федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы булып танылған[2].

Коллекцияһы

Коллекция 1970 йылғы бүләккә нигеҙләнгән: 1941—1943 йылдарҙа Воскресенское ауылына эвакуацияланған Мәскәү рәссамдарының, В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты эргәһендәге Мәскәү урта художество мәктәбенең элекке студенттары һәм уҡытыусыларының 126 эше. Авторҙар араһында — Гелий Коржев (рус.)баш., Пётр Оссовский (рус.)баш., Виктор Иванов (рус.)баш., Владимир Стожаров (рус.)баш., Алексей Ткачёв (рус.)баш., Андрей (рус.)баш. һәм Сергей Тутуновтар (рус.)баш., Валентин Пурыгин (рус.)баш., Иван Архипов, Виктор Бабицын, Руслан Кобозев һәм башҡалар. Уларҙың уҡытыусылары — Василий Почиталов, Михаил Добросердов, Акиндин Шорчев, Сергей Михайлов, Григорий Шегаль кеүек мәшһүр сәнғәт эшмәкәрҙәре[3].

1987 йылда галереяға йәнә 137 әҫәр бүләк ителә, шуларҙың 60-ы 1941–1945 йылдарҙа ижад ителгән. 1996, 1997, 2001 һәм 2005 йылдарҙа тағы ла 24 эш өҫтәлә. Барлыҡ «воскресенсылар» коллекцияһында 349 һаҡлау берәмеге иҫәпләнә[1].

Галерея 1940–1990 йылдар совет сәнғәтенә арналған даими экспозициялар ойоштороу менән бер рәттән, Башҡортостан дәүләт художество музейы коллекцияһы нигеҙендә күсмә күргәҙмәләр ҙә үткәрә. Экскурсиялар, лекциялар, ижади осрашыуҙар үткәрелә. Галерея эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт баҫмалары ла сығарыла. Галерея шулай уҡ Мәскәүҙә йәшәгән «воскресенсылар» һәм уларҙың туғандары менән бәйләнеш тота.

Галереяның икенсе йүнәлеше — Воскресенск ауылының тарихы, мәҙәниәте, халыҡ кәсептәре, Э. И. Корлейстың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле халыҡ декоратив-ҡулланма сәнғәте фонды туплау[2].

Әһәмиәте

Воскресенск картина галереяһы — рухи мираҫты һаҡлау һәм быуындар бәйләнешен кәүҙәләндергән уникаль сәнғәт үҙәге. Бөйөк Ватан һуғышының ауыр осоронда тыуған ижади мөхитте һәм Мәскәү художество мәктәбенең традицияларын һаҡлап, ауылдың мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай[2].

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Воскресенская картинная галерея. Культура.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
  2. 1 2 3 4 Воскресенская картинная галерея. Туристический пктеводитель Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
  3. 1 2 Воскресенская картинная галерея. Башкирский государственный художественный музей имени М. В. Нестерова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә