Немчинов Александр Михайлович

Александр Михайлович Немчи́нов (1919 йылдың 15 ноябре, Воскресенск, Юрматы кантоны1985 йылдың 3 октябре, Чернигов ҡалаһы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, батарея командиры, өлкән сержант (1943). Майор дәрәжәһендә 1966 йылда запасҡа сыға. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

1919 йылдың 15 ноябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе [1]Воскресенск ауылында тыуған[2].

Урыҫ. Белеме — ете класс. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға тиклем элемтә бүлексәһендә эшләй.

Хәрби хеҙмәткә 1939 йылда Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта һәм Байкал аръяғында СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Армия сафында Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың февраленән[3].

63-сө айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының (рус.)баш. орудие командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант А. М. Немчинов 1943 йылдың 15 октябрендә Лоев ҡасабаһы (Гомель өлкәһе) янында Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң хеҙмәтен Совет Армияһында дауам итә. 1949 йылда хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1966 йылдан майор А. М. Немчинов — запаста.

1985 йылдың 3 октябрендә Чернигов ҡалаһында вафат була[2]. Чернигов ҡалаһының Яцев зыяратында ерләнә[3].

Батырлығы

«63-сө айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының орудие командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант Немчинов А. М. 1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев ҡасабаһы районында беренселәрҙән булып дошман уты аҫтында Днепр йылғаһы аша һал менән орудиены сығара. Пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, дошмандың 2 пулемётын һәм 25-кә яҡын гитлерсыны юҡ итә. Бер нисә дошман контратакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнаша»[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның (рус.)баш. хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Немчинов Александр Михайловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1620) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Александр Михайлович Немчиновтың исеме Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Воскресенск ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[5][6]
  • Черниговта Немчинов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].

Иҫкәрмәләр

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы.
  2. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Немчинов Александр Михайлович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026.
  3. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Немчинов Александр Михайлович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
  4. 1 2 3 4 Немчинов Александр Михайлович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.