Ергән ауыл Советы (Мәләүез районы)
Ергән ауыл Советы | |
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез районы |
---|---|
Административ үҙәк | Ергән[1] |
Халыҡ һаны | |
Дәүләт |
Ергән ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы муниципаль берәмек.
Административ үҙәге — Ергән ауылы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1979 йылда ауыл Советы составынан икенсе ергә күскән Авдеевка ауылы төшөрөп ҡалдырырла[3].
2014 йылда ауыл Советы составына тергеҙелгән Ҡанбулат ауылы инә[4][5].
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» Закондың 2 -се статьяһына үҙгәрештәр инедереү буйынса Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 28 мартындағы 77-З һанлы Законы белдерә:Статья 1«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» Башҡортостан Республикаһы 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законының 2-се статьяһы 1-се өлөшөнә киләһе үҙгәртеүҙәрҙе индерергә:1)37 пункттың «з» пункты аҫты "Үрге Юлдаш" һүҙенән һуң "Ҡанбулат" һүҙен өҫтәргә.
Шулай итеп, 2004 йылғы Закондың үҙгәртелгән тексы шулай була:
з) Ергән ауыл Советы: Ергән ауылы — административ үҙәк, Тирәкле, Үрге Юлдаш, Ҡанбулат, Климовка, Нурдәүләт, Һабаш, Семеновка, Столяровка, Йомаҡ ауылдары (37з ҡушымта);
«Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[6].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[7] | 2009[7] | 2010[8] | 2012[9] | 2013[10] | 2014[11] | 2015[12] |
5142 | ↗5841 | ↘5194 | ↘5074 | ↘5073 | ↗5088 | ↘4955 |
Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пункты тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Ергән | ауыл, административ үҙәк | ↘4125[8] |
2 | Үрге Юлдаш | ауыл | ↘392[8] |
3 | Һабаш | ауыл | ↘300[8] |
4 | Йомаҡ | ауыл | ↘176[8] |
5 | Нурдәүләт | ауыл | ↘102[8] |
6 | Тирәкле | ауыл | ↘67[8] |
7 | Климовка | ауыл | ↘20[8] |
8 | Столяровка | ауыл | →10[8] |
9 | Семёновка | ауыл | ↗2[8] |
10 | Ҡанбулат | ауыл | →0 |
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Банников Василий Васильевич (1925 йыл, 1 ноябрь — 1951 йыл, 12 декабрь ) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия сержанты, Дан орденының тулы кавалеры[13].
- Венедиктов Анатолий Васильевич (1887 йыл, 30 июнь — 1959 йыл, 9 август) — хоҡуҡ белгесе, ғалим, юрист, СССР фәндәр академияһы академигы (1958)[14].
- Әмир Мирсәй (1906 йыл 24 декабрь— 1980 йыл, 1 июнь ) — прозаик һәм драматург, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945)[15].
- Морозов Валерий Степанович (1929 йыл, 24 июль — 2015 йыл, 22 август ) — ауыл хужалығы фәәндәре докторы, профессор,ҡошсолоҡ буйынса Бөтә донъя ассоциацияһының даими ағзаһы, (ВНАП) (1972), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Хабаровск ҡалаһының почетлы гражданы (2007)[16].
- Пищаев Геннадий Михайлович (1927 йыл, 30 июль) — совет опера, камера һәм эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965)[17].
- Пищаев Павел Михайлович (1925 йыл, 24 октябрь — 2004 йыл, 21 сентябрь) — Салауат ҡалаһының почетлы гражданы.
- Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы (1859 йыл, 22 ноябрь —1921 йыл, 9 октябрь ) — татар әҙәбиәте классигы, билдәле алтын приискыһы хужаһы һәм меценат, беренсе гильдиялы Ырымбур сауҙагәре, Дәүләт думаһының беренсе саҡырылыш депутаты (Ырымбур губернаһынан)[18].
- Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы (1887 йыл, 27 июлендә —1937 йыл, 9 октябрь) — Башҡорт милли хәрәкәте һәм Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы, Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1920-1922), башҡорт төп суд ағзаһы (1923-1930)[19].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ keqimi.htm Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 29.09.1979 № 6-2/312 «Об исключении некоторых населенных пунктов из учетных данных по административно-территориальному делению Башкирской АССР».(недоступная ссылка)
- ↑ В Мелеузовском районе появится деревня Канбулатово // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 3 июня 2013 года № 688-З «Об образовании географического объекта в Мелеузовском районе Республики Башкортостан» 2015 йылдың 4 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 8,8 8,9 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Банников, Василий Васильевич. Сайт «Герои страны»
- ↑ Венедиктов Анатолий Васильевич
- ↑ Выдающиеся люди Татарии
- ↑ Морозов Валерий Степанович 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Музыкальная энциклопедия, 1973—1982
- ↑ Страница семьи Рамеевых
- ↑ Башкирская энциклопедия. Сагадиев Г. С. 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.