Кочетков Степан Михайлович

Степан Михайлович Кочетко́в (1923 йылдың 14 авгусы, Васильевка, Башҡорт АССР-ы1984 йылдың 30 сентябре, Васильевка, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры. Лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

Кочетков Степан Михайлович 1923 йылдың 14 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Васильевка ауылында тыуған[2].

Урыҫ. Башланғыс белемле — мәктәптең 4 синыфы. 1940 йылда тракторсылар курсын тамамлай, механизатор (рус.)баш. була. Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем Ергән МТС-ында тракторсы булып эшләй.

1942 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ы Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июленән фронтта (рус.)баш.. 1944 йылдан КПСС ағзаһы[3].

10-сы гвардия уҡсылар полкы пулемёт расчеты (рус.)баш. командиры (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия кесе сержанты С. М. Кочетков 1943 йылдың 29 сентябрендә Парищево ауылы (Киев өлкәһе Чернобыль районы) өсөн барған һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

1946 йылда Кочетков Степан Михайлович Могилев пехота училищеһын тамамлай. 1947 йылдың апреленән алып лейтенант С. М. Кочетков — запаста.

Мәләүез районының Васильевка ауылында йәшәй. «Ағиҙел» колхозында эшләй.

1984 йылдың 24 сентябрендә вафат була. Мәләүез районының Васильевка ауылында ерләнә[3].

Батырлығы

«10-сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия кесе сержанты Кочетков Степан Михайлович 1943 йылдың 29 сентябрендә Украинаның Киев өлкәһе Чернобыль районы Парищево ауылы эргәһендәге алыштарҙа яралана, әммә һигеҙ танк һәм бер нисә үҙйөрөшлө орудие менән һөжүм итеүсе фашист пехотаһына ҡаршы пулемёттан ут алып барыуын дауам итә. Расчёт менән бергә ҡыйыу кесе сержант бер нисә тиҫтә гитлерсыны һәм дошмандың өс ут нөктәһен юҡ итә, был полкка дошмандың ҙур көстәренең контратакаһын кире ҡағырға мөмкинлек бирә»[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрҙәге Указы менән командованиеның (рус.)баш. заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе сержанты Кочетков Степан Михайловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1794) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Степан Михайлович Кочетко́втың исеме Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Дарьино ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
  • Кочетковтың исеме Мәләүез ҡалаһындағы урамға бирелгән, Геройға мемориаль плита, Васильевка ауылында — һәйкәл ҡуйылған (7.05.1990)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы.
  2. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Кочетков Степан Михайлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026.
  3. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Кочетков Степан Михайлович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)
  4. 1 2 3 4 Кочетков Степан Михайлович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.