Байҡы-Юныс ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Байҡы-Юныс ауыл СоветыҠариҙел районы составындағы   2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).  Почта индексы — 452386. ОКАТО коды — 80234818000.  Байҡыбаш ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 1991 йылдың 1 июлендә ойошторола[1].

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 Байҡы-Юныс  — административ үҙәк,  Асҡыш ауылы[2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йылдың 1 июлендәге «Ҡариҙел районында Байҡы-Юныс ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» 6-2/273 һанлы указы хәбәр итә:

  1. Ҡариҙел районының Байҡы-Юныс ауылында административ үҙәк менән Байҡы-Юныс ауыл Советын ойошторорға.
  2. Тигермән ауыл Советынан Байҡы-Юныс һәс Асҡыш ауылдарын сығарып Байҡы-Юныс ауыл Советы составына индерергә.
  3. Тигермән ауыл Советының административ үҙәген Байҡы-Юныс ауылынан Тигермән ауылына күсерергә.
  4. Байҡы-Юныс ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

17 йылдан һуң Байҡы-Юныс ауыл Советы юҡҡа сыға.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[3]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
27) Ҡариҙел районы буйынса (пункт б):
  • Байҡыбаш ауылында административ үҙәге менән, «Байҡыбаш» атамаһын һаҡлап, Байҡыбаш һәм Байҡы-Юныс ауыл Советтарын берләштерергә.
  • Байҡы-Юныс ауыл Советының Байҡы-Юныс, Асҡыш ауылдарын Байҡыбаш ауыл Советы составына индерергә.
  • Байҡыбаш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
  • Иҫәп мәғлүмәттәренән Байҡы-Юныс ауыл Советын алып ташларға

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылға Асҡын районы, Тигермән ауыл Советы,  Әртәкүл ауыл Советы,  Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы,   Байҡыбаш ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]