Черепахин Сергей Павлович

Сергей Павлович Черепахин (рус. Черепахин Сергей Павлович; 1923 йылдың 1 октябре, Байҡы1989 йылдың 4 феврале, Өфө) — электромеханик, урман хужалығы эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Черепахин Сергей Павлович 1923 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Байҡы ауылында тыуған[2].

Мәктәптә 4 класс тамамлай. Колхозда эшләй.

1942 йылдың мартында Ҡариҙел район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июненән хәрәкәт итеүсе армияла. Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша.

1-се Белоруссия фронты 8-се гвардия армияһының 74-се гвардия уҡсылар дивизияһы 240-сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры С. П. Черепахин Польшаның Бжезина, Лодзь һәм Познань ҡалаларын азат иткәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

1947 йылда демобилизацияланғандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Йүрүҙән леспромхозында электромеханик булып эшләгән.

1989 йылдың 4 февралендә Өфөлә вафат булған[2].

Батырлығы

«1945 йылдың 19 ғинуарында Бжезины ҡалаһы эргәһендә, уҡсыларҙың беренсе рәтендә ҡыйыу алға барып, ул мәргән уты менән дошмандың 4 пулемётын юҡ итә, боеприпаслы 2 автомашинаһын яндыра, 40 гитлерсыны юҡ итә. Лодзь ҡалаһы районында немец контратакаға күсә. С. П. Черепахин, дошманды яҡын араға яҡын ебәреп, пулемёттан 30-ға яҡын фашисты юҡ итә. Бөтә патрондар тотонолоп бөткәс, ул беренсе булып атакаға ташлана, расчёт яугирҙарын үҙе артынан эйәртеп тағы 15 гитлерсыны юҡ итә.

Познань ҡалаһының ҡорал заводы өсөн алыштарҙа С. П. Черепахин граната менән дошмандың пулемёт расчетын юҡ итә, пулемётты ҡулға төшөрә һәм уның мәргән уты менән немецтарҙы ҡасырға мәжбүр итә. Шулай итеп, батальондың хәрби бурысты үтәүен тәьмин итә. Был һуғышта батальон дошмандың 250 ҡул һәм станоклы пулемётын, 130 автоматын, 1500 винтовкаһын ҡулға төшөрә».

С. П. Черепахинға 1945 йылдың 31 майында «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Ҡариҙел районының Байҡы ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы С.П.Черепахин исеме бирелгән[7][8].
  • Ҡариҙел районы үҙәге Ҡариҙел ауылы һәм Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылы урамдарына Герой исеме бирелгән, уға һәйкәлдәр ҡуйылған[2].
  • Тыуған ауылында Черепахин уҡыған урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ беркетелгән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы
  2. 1 2 3 4 Н. И. Черепанова. Черепахин Сергей Павлович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2025. (рус.)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 53, л. 175, 176).
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 11).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2153, л. 3, 89, 90).
  6. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5761, л. 3).
  7. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2025. (рус.)
  8. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.