Романов Николай Кириллович

Николай Кириллович Романов (1919 йылдың 10 майы, Верхний Казмаш[d]1943 йылдың 20 октябре, Лоев районы[d], Гомель өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Романов Николай Кириллович 1919 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең[1] 1994 йылда бөткән Үрге Ҡаҙмаш ауылында тыуған[2].

Сыуаш. Тулы булмаған урта белемле. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1934—1939 йылдарҙа Яңы Бәрҙәш ауылындағы «8 март» колхозында иҫәпсе, Үрге Ҡаҙмаш ауылындағы «Ҡанаш» колхозында кассир, ВЛКСМ-дың Ҡариҙел район комитетында бүлек мөдире булып эшләй.

1939 йылдың октябрендә Ҡариҙел районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

188-се уҡсылар полкының взвод командиры (Үҙәк фронттың 65-се армияһы 106-сы уҡсылар дивизияһы) старшина Н. К. Романов 1943 йылдың 15 октябрендә Гомель өлкәһенең Лоев ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районы Козероги ауылында ерләнгән[3].

Батырлығы

«188-се уҡсылар полкының взвод командиры (Үҙәк фронттың 65-се армияһы 106-сы уҡсылар дивизияһы) старшина Николай Романов 1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһендәге ҡала тибындағы Лоев ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһын һуғышып аша сыға, яугирҙар төркөмө башында плацдармды киңәйтеү буйынса һуғыш алып бара, дошмандың өс контратакаһын кире ҡаға.

1943 йылдың октябрендә Лоевтан көньяҡ-көнбайыштараҡ бейеклекте штурмлағанда старшина Романов Н. К. сафтан сыҡҡан рота командирын алмаштыра һәм хәрби бурысты үтәүгә өлгәшә».

Ҡыйыу һуғышсы 1943 йылдың 20 октябрендә яуҙа батырҙарса һәләк була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге Указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн старшина Николай Кириллович Романовҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Николай Кириллович Романов исеме Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының Ҡариҙел ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
  • Ҡариҙел ауылында урам Герой исемен йөрөтә[2];
  • Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы Александровка ауылы мәктәбе бинаһына Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы
  2. 1 2 3 Романов Николай Кириллович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (4 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2025. (рус.)
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/40, л. 471, 472)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2025. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Лицом на запад. Уфа, 1972. / стр. 210—218.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984. / стр. 440—441.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа, 1966, кн. 2. / стр. 151—157.

Һылтанмалар