Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы
Нурлы Миңләхмәт улы Миңләхмәтов (рус. Нурлы Миниахметович Миниахметов; 1914 йылдың 15 июне, Асҡыш, Байҡыбаш ауыл Советы — 1989 йылдың 9 сентябре, Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы 1914 йылдың 15 июнендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Асҡыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. 1929 йылда ауыл мәктәбендә 3 класты тамамлай. «Ҡыҙыл Яр» колхозында умартасы, колхоз рәйесе булып эшләй. 1950 йылдан ВКП(б), 1952 йылдан КПСС ағзаһы.
1936 йылда, аҙаҡ 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Байҡыбаш район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. Люберцы ҡалаһында (Мәскәү өлкәһе) десантсыға уҡый.
1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Сапёр, минёр, разведчик булып хеҙмәт итә. Яралана.
Кесе сержант Н. М. Миңләхмәтов Десна йылғаһы янындағы алышта батырлыҡ күрһәтә. Дошман уты аҫтында Десна йылғаһы аша сығып, йәшерелгән яҡынса 80 танкыға ҡаршы минаны зарарһыҙландыра, сәнскеле сымды киҫеп, беҙҙең частарҙың хәүефһеҙ үтеүе өсөн юл аса.
Ҡыйыу яугир һуғыштан һуң демобилизациялана. Тыуған ауылында йәшәй. «Ҡыҙыл Герой» колхозында рәйес, һуңынан умарталыҡ мөдире булып эшләй.
1989 йылдың 9 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Ҡариҙел районы Тигермән ауылында ерләнгән[3].
Батырлығы
«39-сы гвардия айырым сапёр батальонының отделение командиры (Үҙәк фронттың 65-се армияһы 37-се гвардия уҡсылар дивизияһы 39-сы гвардия айырым сапёр батальоны) гвардия кесе сержанты М. Н. Миңләхмәтов, 1943 йылдың 12 сентябрендә Украинаның Сумы өлкәһе Шосткинский районы Собич ауылынан көнбайыштараҡ районда, дивизия частары менән Десна йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда, десант кәмәһендә утыҙ биш рейста йылғаның дошман биләгән көнбайыш ярына ҡоралы менән 370 яугирҙы, 5 орудиены һәм боеприпастар менән 11 арбаны аша сығара».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, гвардия кесе сержанты М. Н. Миңләхмәтовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4616) тапшырыла.[4]
Наградалары
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, Советтар Союзы Геройы (15.01.1944)[5]
- Ленин ордены (15.01.1944).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (22.09.1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (16.09.1943)
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
- Башҡа миҙалдар.
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Нурлы Миңләхмәт улы Миңләхмәтовисеме Ҡариҙел районының Хәлил ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[6][7];
- Башҡортостан Республикаһында «Ҡыҙыл Герой» колхозына Н. М. Миңләхмәтов хөрмәтенә аталған.
- Ҡариҙел ауылында — Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы район үҙәгендә бер урам Герой исемен йөрөтә.
- Тигермән ауылындағы урамға улай уҡ Герой исеме бирелгән, урындағы мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы
- ↑ Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
- ↑ Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Миниахметов Нурлы Ахметович. Министерство обороны Российской Федерации. Проект «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МИҢЛЕӘХМӘТОВ Нурлы Миңлеәхмәт улы (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2025)
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Миниахметов Нурлы Миниахметович (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2025)
- Миниахметов Нурлы Миниахметович. «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Миниахметов Нурлы Миниахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2025)
- Сайт «Бессмертный полк». Миниахметов Нурлы Миниахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2025)