Ашкадарские зори (гәзит)

«Ашкадарские зори» («Ашҡаҙар таңдары») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Еңеүгә» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы. Фёдоровка районының Фёдоровка ауылында аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ, башҡорт («Ашҡаҙар таңдары»), татар («Ашкадар таңнары») телдәрендә сыға.

Тарихы

1935 йылдың мартынан урыҫ телендә «Вперёд» («Алға») исеме аҫтында сыға башлай, июненән «К победе», 1967 йылдан алып шулай уҡ татар телендә «Жиңүгә», 1997 йылдан башлап башҡорт телендә «Еңеүгә» исемдәре аҫтында баҫыла; 2007 йылдың июненән хәҙерге исемдәрҙә сыға.

1963—1964 йылдарҙа нәшер ителмәй.

Уҙған йылдар эсендә гәзит үҙ традицияларын һаҡлап, райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим мәғлүмәт сығанағы булып ҡалды. Редакция һәм уның хеҙмәткәрҙәре төрлө йылдарҙа республика конкурстары еңеүселәре булды, маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Бөгөнгө торошо

2025 йылда «Ашҡаҙар таңдары» гәзите үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сарала редакция ветерандары, ауыл хәбәрселәре, район хакимиәте вәкилдәре һәм мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Архив һанҙарынан күргәҙмә ойошторолдо, ижади коллективтар сығыш яһаны.

Сарала гәзит үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәрҙ бүләкләнде. Уларҙың күбеһе Башҡортостан Республикаһы Матбуғат Һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Федоровка районы Муниципаль районы Советының Һәм Хакимиәтенең, «Ашҡаҙар таңдары» гәзите редакцияһының Почёт грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын алды.

Гәзит район хакимиәте, ойошмалар, учреждениелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, рәсми хрониканан алып мәҙәни, социаль темаларға тиклем киң мәғлүмәт бирә. Мәктәп һәм йәштәр тормошона ла ҙур иғтибар бүленә.[1]

Билдәле хеҙмәткәрҙәр

Редакцияла эш башлап, киң танылыу яулаған билдәле журналистарҙың береһе — Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәрия Йосопова. Ул 1980-се йылдарҙа гәзиткә мәктәп уҡыусыһы булараҡ хәбәрҙәр яҙып торған, һуңынан журналистика өлкәһенә килгән.[2]

Иҫкәрмәләр

  1. В Башкирии издание «Ашкадарские зори» отметило 90-летие. BashNews (28 март 2025).
  2. Алия ИБРАГИМОВА. «Ашкадарские зори»: Районка остаётся верной традициям. Союз журналистов Республики Башкортостан (27 март 2025).

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.