Йосопова Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы
Йосопова Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы (14 ғинуар 1967 йыл) — журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы (1994). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы (2022). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2024). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Биографияһы
Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова 1967 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Бала Сытырман ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Белем алыуын артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында дауам итә һәм уны 1990 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Республиканың Дәүләт телерадиокампанияһы системаһында 30 йыл самаһы эшләй. Күп шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы. Уның әҫәрҙәре республика матбуғатында донъя күрә, шулай уҡ Проза.ру һәм Стихи.ру милли серверҙарында баҫыла. 2021 йылда «Киләсәккә хат яҙам» тигән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.
Хеҙмәт юлы
Хеҙмәт юлын Гөлдәриә Йосопова 1990 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Теле- һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитетының радиотапшырыуҙар студияһы редакторы вазифаһында башлай. Артабан «Даирә» ижад берекмәһе хәбәрсеһе һәм комментаторы була. 1995 йылдың сентябренән телевидениела. Башҡортостан телевидениеһында иртәнге тапшырыуҙар булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм 1996 йылдың мартында «Сәләм» мәғлүмәт-музыкаль программаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1999—2001 йылдарҙа телевидениеның ижтимағи-сәйәси программалары ижади берекмәһе студияһында — махсус хәбәрсе, 2001 йылдан алып Башҡортостан телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләй. Әлеге ваҡытта — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы — Башҡортостан юлдаш каналы телеканалының Яңылыҡтар программаһының төп редакцияһында баш белгес.
Хеҙмәттәре
Гөлдәриә Йосопова республиканың ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошо тураһындағы тиҫтәләгән фильмдар һәм очерктар авторы. Улар араһында түбәндәгеләр ҙә бар:
- «Салауат эҙҙәре буйлап» (1997) — Палдискиҙа (Эстония) башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу тураһында
- «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек юлы буйлап» — Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең 15 йыллығына
- «Халыҡ мәнфәғәте һағында» — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 20 йыллығына[1].
Шулай уҡ телевидение һәм радионың алтын фондында Г. Йосопованың 1997 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Тамара Нечаева, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаев, Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир М. Хәйҙең һеңлеһе Рәйсә Мөхәмәтйәрова һ.б. тураһында телерадиопрограммалары һаҡлана. Радио хәбәрсеһе булғанында шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «Шәфәҡ» программаһын әҙерләй.
«Киләсәккә хат яҙам» : шиғырҙар, Өфө, Башҡ. энцикл., 2021. — 160 б. ISBN 978-5-88185-517-8 / УДК 82-1, ББК 84(2Рәс. Баш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2024)[2][3]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
- БР журналистарының Теләктәшлек фонды лауреаты (1993)
- «2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (1997)
- Рәсәй Журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы (1997, 2003)
- Башҡортостан Журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы (2008, 2017)[4]
- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюздары республика комитеты президиумының Маҡтау ҡағыҙы (2016)
- Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙары союзының Рәхмәт хаты (2005)
- БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәт хаты (2015)
- Өфө ҡала ветерандары ойошмаһының 30 йыллығы иҫтәлекле билдәһе
- Рәсәй Журналистары берлегенең «Честь. Достоинство. Профессионализм» маҡтаулы билдәһе (2020)[5]
- Парламент темаһы буйынса республика конкурсында «телевидение һәм радио» номинацияһы еңеүсеһе (1-се урын)
- «Век искусства» (Санкт-Петербург) клубының «Мост в будущее — 2016» Халыҡ-ара балалар әҙәбиәте конкурсы еңеүсеһе.
Китаптары
- «Киләсәккә хат яҙам» (2022)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе покажут фильм об истории и современных буднях парламента республики
- ↑ Владимир Путин удостоил жителей Башкирии государственных наград
- ↑ [http://publication.pravo.gov.ru/document/0001202405210010?index=35 Указ Президента Российской Федерации от 21.05.2024 № 423 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»]
- ↑ В Уфе в День российской печати состоялось награждение журналистов
- ↑ В Уфе в честь Дня российской печати наградили лучших журналистов
- ↑ В Уфе издан первый поэтический сборник тележурналиста Гульдарии Юсуповой