Кузьмин Николай Михайлович

Николай МихайловичКузьмин (1919 йылдың 21 декабре йәки 1947 йылдың 29 июле, Рыбинск1963 йылдың 9 феврале, Ленинград[d]) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант (1946). Өфөгә эвакуциаланған Рыбинск моторҙар заводы токаре (1941—1942), 1946 йылдан — дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Кузьмин Николай Михайлович 1919 йылдың 21 декабрендә Ярославль өлкәһе хәҙерге Рыбинск ҡалаһы состьавына ингән Гаврилково ауылында тыуған.

Милләте — рус. 7 класс белемле. 1944 йылдан — Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы. Рыбинск ҡалаһы машиналар төҙөү заводында эшләгән. Эвакуацияланғандан һуң Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгән.

1942 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алынған. Камышин танк училищеһын тамамлаған.

1-се Украин фронты составында һуғышҡан. Лейтенант Н. М. Кузьмин 1944 йылдың 30—31 ғинуарында Зофиенталь тораҡ пункты янында дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәткән.

1946 йылдан өлкән лейтенант Н. М. Кузьмин — запаста. Дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт иткән.

1963 йылдың 9 февралендә 44-се йәшендә Ленинградта вафат булған. Санкт-Петербург ҡалаһының Ново-Волково зыяратында ерләнгән[1].

Батырлығы

1-се Украин фронтының 4-се танк армияһы 93-сө танк бригадаһының рота командиры, лейтенант. «Лейтенант Н. М. Кузьмин 1944 йылдың 30—31 ғинуарында Зофиенталь тораҡ пункты (Польша, Гура ҡалаһынан көньяҡҡа 13 км) янында дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда дошмандың ике танкыһын, 5 орудиеһын һәм 150-гә яҡын гитлерсыны айырыуса батырлыҡ күрһәткән».

«Советтар Союзы Геройы исеме» Н. М. Кузьминға 1945 йылдың 10 апрелендә бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Кузьмин Николай Михайлович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2013.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Тема буйынса өҫтәмә