Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы

Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы (21 декабрь 1952 йыл) — мәғариф, комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010).

Биографияһы

Рәүеф Дәүләт улы Сиражетдинов 1952 йылдың 21 декабрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын, 1992 йылда Екатеринбург ҡалаһындағы Урал идара итеү институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • 1970 −1972 йылдар «Бөрйән» совхозы эшсеһе
  • 1970 йылдан Бөрйән районы Яңы Собханғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы,
  • 1974 йылдан «Бөрйән» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары,
  • 1982 йылдан — баш зоотехнигы;
  • 1986 йылдан КПСС район комитеты инструкторы;
  • 1987 йылдан халыҡ контроленың район комитеты инспекторы; 1992 йылдан халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү күп тармаҡлы берекмәһе директоры;
  • 1995 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының бүлек начальнигы;
  • 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының әйҙәүсе, 1998 йылдан — баш зоотехнигы, 2000 йылдан — ойоштороу, кадрҙар һәм уҡыу эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, 2001—2012 йылдарҙа — кадрҙар бүлеге начальнигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
  • Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[1].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар