Ҡышҡы ҡояш торошо

Ерҙең Төньяҡ ярымшарында миҙгелдәр диаграммаһы. Иң яҡта: ҡышҡы ҡояш торошо

Ҡышҡы ҡояш торошоҠояш Төньяҡ ярымшар өсөн эклиптиканың иң көньяҡ нөктәһе аша (XXI быуатта 20 декабрь — быуат аҙағында, 21 йәки 22 декабрь) йәки Көньяҡ ярымшар өсөн иң төньяҡ нөктәһе аша үткән мәл[1]. Ҡышҡы ҡояш торошо ваҡытында Ҡояштың офоҡ өҫтөндәге бейеклеге йылдағы иң түбән нөктәлә була. Ҡышҡы ҡояш торошо көнө — йылдың иң ҡыҫҡа көнө, ә төнө — иң оҙоно[2].

Ҡышҡы ҡояш торошоноң миҙгел әһәмиәте — төндәрҙең оҙонайыуынан көндәрҙең оҙонайыуына күсеү[3]. Был ваҡиғаны төрлө мәҙәниәттәр төрлөсә аңлатҡан, әммә күпселек халыҡтар өсөн ул яңырыу символы булған, шуға бәйле байрамдар, осрашыуҙар, йола тантаналары үткәрелгән.

Ҡояш торошо һәм көн менән төн тигеҙләшеүе даталары һәм ваҡыты UTC-0 ваҡыты буйынса
год Яҙғы көн менән
төн тигеҙлеге
Март[4]
Йәйге көн
торошо
Июнь[5]
Көҙгә көн менән
төн тигеҙлеге
Сентябрь[6]
Ҡышҡы
көн торошо
Декабрь[7]
число ваҡыт число ваҡыт число ваҡыт число ваҡыт
2010 20 17:32:13 21 11:28:25 23 03:09:02 21 23:38:28
2011 20 23:21:44 21 17:16:30 23 09:04:38 22 05:30:03
2012 20 05:14:25 20 23:09:49 22 14:49:59 21 11:12:37
2013 20 11:02:55 21 05:04:57 22 20:44:08 21 17:11:00
2014 20 16:57:05 21 10:51:14 23 02:29:05 21 23:03:01
2015 20 22:45:09 21 16:38:55 23 08:20:33 22 04:48:57
2016 20 04:30:11 20 22:34:11 22 14:21:07 21 10:44:10
2017 20 10:28:38 21 04:24:09 22 20:02:48 21 16:28:57
2018 20 16:15:27 21 10:07:18 23 01:54:05 21 22:23:44
2019 20 21:58:25 21 15:54:14 23 07:50:10 22 04:19:25
2020 20 03:50:36 20 21:44:40 22 13:31:38 21 10:02:19
2021 20 09:37:27 21 03:32:08 22 19:21:03 21 15:59:16
2022 20 15:33:23 21 09:13:49 23 01:03:40 21 21:48:10
2023 20 21:24:24 21 14:57:47 23 06:49:56 22 03:27:19
2024 20 03:06:21 20 20:50:56 22 12:43:36 21 09:20:30
2025 20 09:01:25 21 02:42:11 22 18:19:16 21 15:03:01
2026 20 14:45:53 21 08:24:26 23 00:05:08 21 20:50:09
2027 20 20:24:36 21 14:10:45 23 06:01:38 22 02:42:04
2028 20 02:17:02 20 20:01:54 22 11:45:12 21 08:19:33
2029 20 08:01:52 21 01:48:11 22 17:38:23 21 14:13:59
2030 20 13:51:58 21 07:31:11 22 23:26:46 21 20:09:30
2031 20 19:40:51 21 13:17:00 23 05:15:10 22 01:55:25
2032 20 01:21:45 20 19:08:38 22 11:10:44 21 07:55:48
2033 20 07:22:35 21 01:00:59 22 16:51:31 21 13:45:51
2034 20 13:17:20 21 06:44:02 22 22:39:25 21 19:33:50
2035 20 19:02:34 21 12:32:58 23 04:38:46 22 01:30:42
2036 20 01:02:40 20 18:32:03 22 10:23:09 21 07:12:42
2037 20 06:50:05 21 00:22:16 22 16:12:54 21 13:07:33
2038 20 12:40:27 21 06:09:12 22 22:02:05 21 19:02:08
2039 20 18:31:50 21 11:57:14 23 03:49:25 22 00:40:23
2040 20 00:11:29 20 17:46:11 22 09:44:43 21 06:32:38
2041 20 06:06:36 20 23:35:39 22 15:26:21 21 12:18:07
2042 20 11:53:06 21 05:15:38 22 21:11:20 21 18:03:51
2043 20 17:27:34 21 10:58:09 23 03:06:43 22 00:01:01
2044 19 23:20:20 20 16:50:55 22 08:47:39 21 05:43:22
2045 20 05:07:24 20 22:33:41 22 14:32:42 21 11:34:54
2046 20 10:57:38 21 04:14:26 22 20:21:31 21 17:28:16
2047 20 16:52:26 21 10:03:16 23 02:07:52 21 23:07:01
2048 19 22:33:37 20 15:53:43 22 08:00:26 21 05:02:03
2049 20 04:28:24 20 21:47:06 22 13:42:24 21 10:51:57
2050 20 10:19:22 21 03:32:48 22 19:28:18 21 16:38:29

Дата

б. э. т. 45 йылда Юлий Цезарь үҙенең юлиан календарында Европала ҡышҡы ҡояш тороуының даталарын Ҡалып:ЮК тип билдәләй (лат. Bruma). Шул ваҡыттан алып, календарь йылы (365,25 тәүлек) менән тропик йыл (365,2421897 тәүлек) араһындағы айырма арҡаһында, астрономик ҡояш тороуы яҡынса һәр 400 йыл һайын өс көнгә күсеп, XVI быуатҡа Ҡалып:ЮК датаһына тиклем еткән. 1582 йылда Папа Григорий XIII миҙгелдәр менән граждандар йылы араһындағы тап килеүҙе тергеҙергә ҡарар итә, ләкин ул Рим императоры осорона түгел, ә 325 йылда үткән Никей Соборына – христиан байрамдарының формалашыу осорона таяна. Шул рәүешле, Папа IV – XVI быуаттар араһында йыйылған 10 көнлөк хатаны төҙәтеп, I – IV быуаттар араһында барлыҡҡа килгән 3 көнлөк айырманы иҫәпкә алмай. Календарь төҙәтмәһе ҡышҡы ҡояш тороуын төньяҡ ярымшарҙа яҡынса 22 декабрь көнөнә күсерә. Әлегә тиклем григориан календарында ҡояш тороуы бер йәки ике көнгә күсә, оҙаҡ ваҡыт үткәндән һуң был дата тағы ла бер көнгә күсеүе ихтимал.

Тарихи-мәҙәни әһәмиәте

Япон Ҡояш алиһәһе Аматэрасу, мәмерйәнән сыға.
undefined

Ҡояш тороуҙары, бәлки, йыл циклындағы айырым әһәмиәтле осорҙарҙың береһе булғандыр, хатта неолит дәүерендә үк. Хайуандарҙы парлаштырыу, иген сәсеү, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү кеүек астрономик күренештәрҙең ҡасан башланыуын билдәләү, төрлө мәҙәни мифтар һәм йолаларҙың формалашыуын аңлата. Был хаҡта һуңғы неолит һәм баҡыр быуатындағы археологик ҡомартҡылар, мәҫәлән, Британиялағы Стоунхендж һәм Ирландиялағы Ньюгрейндж төҙөлөшө билдәләй. Уларҙың төп оҫтәре ҡышҡы ҡояш тороуы ваҡытындағы ҡояштың тыуыу (Ньюгрейндж) йәки байыу (Стоунхендж) йүнәлешенә бик теүәл көйләнгән. Стоунхендж буйынса айырыуса әһәмиәтле факт – Бөйөк Трилит үҙәге яғынан ситкә ҡарап тора, йәғни уның тигеҙ яғы ҡыш уртаһына – ҡояшҡа йүнәлтелгән[8].

Ҡышҡы ҡояш тороуы боронғо кешелек өсөн айырыуса мөһим булған, сөнки улар алдағы туғыҙ айҙа ҡышҡа тейешле әҙерлек күрелгәнме-юҡмы икәнен белмәгән, быйылғы ҡышты сыға алырбыҙмы, юҡмы тигән һорау алдында торған. Аслыҡ ғәҙәти күренеш булған, бигерәк тә ғинуарҙан апрелгә тиклемге осорҙа, был миҙгел "аслыҡ айҙары" тип йөрөтөлгән. Уртаса климатта ҡыш уртаһы байрамы ҡаты ҡыш башланыр алдынан һуңғы байрам булған. Был ваҡытта малдың күп өлөшө һуя торған булған, сөнки уны ашатырлыҡ аҙыҡ булмаған, һәм тап ошо осорҙа кеше иң күп итеп яңы ит менән туҡланған. Йәйге осорҙа әҙерләнгән шарап һәм һыра ла ошо ваҡытта өлгөрөп етә, уны эсергә мөмкин булған. Байрамдар тап ҡояш тороуы көнөндә генә түгел, ә ғәҙәттә төн уртаһында, таң атҡансы йәки уның алдынан уҡ башланған[9].

Ҡояштың күктәге хәрәкәтендә боролош нөктәһе булыу сәбәпле, ҡышҡы ҡояш тороуы күп халыҡтарҙа алла тыуыу йәки терелеү мотивының сығанағы булған. Бик күп халыҡтар мәҙәниәтендә йылды яңынан башлау, "яңы башланғыстар" символы, мәҫәлән, Шотландиялағы Хогманай традицияһы ошо осор менән бәйле. Грек мифологияһында ла ҡышҡы һәм йәйге ҡояш тороуы көндәрендә аллалар һәм алиһәләр осрашыуҙар үткәрә; ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Ер аҫты донъяһы хакиме Аидҡа Олимп тауында күренергә рөхсәт ителгән (башҡа ваҡытта ул үҙ батшалығынан сыға алмаған).

undefined

Ҡышҡы ҡояш тороушо байрамдары

Ҡышҡы ҡояш тороуы көндәре донъяның бик күп мәҙәниәттәрендә билдәләнә. Григориан календарына күскән христиан сиркәүҙәре был осорҙа Раштыуа билдәләй. Православие сиркәүҙәре юлиан календарын ҡуллана, уға ярашлы, Раштыуа көнө 2000 йыл элек ҡояш тороуы көнөнә тура килгән, әммә хәҙер ул ярты айға һуңараҡ күскән. Славяндарҙа был көндө Коляда байрамы үткәрелгән, герман халыҡтарында — Йоль, төрки халыҡтарҙа — Нардуған, ә Рим империяһында III быуатҡа тиклем — Sol Invictus (шулай уҡ Врумалия тамамланыуы).

Күҙәтеүҙәр

Ҡояш тороуын тура күҙәтеү – ябай кешеләр өсөн ҡатмарлы, сөнки ҡояш был нөктәгә бик әкренләп яҡынлаша, һәм уның аныҡ көнөн билдәләү ауыр, ә инде теүәл ваҡыты тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ваҡиғаларҙың тап ҡасан булыуын белеү хәҙерге ваҡытта ғына мөмкин, шул уҡ ваҡытта бик теүәл астрономик күҙәтеүҙәр ярҙамында ғына. Ваҡиғаның үҙен күҙ менән күреү мөмкин түгел (объекттың хәрәкәтте туҡтатыуын күҙәтеп булмай, бары тик уның урыны үҙгәрмәүен йәки кире йүнәлештә хәрәкәтен теркәп була). Ваҡиғаны бер тәүлеккә теүәл билдәләү өсөн, азимут һәм бейеклектәге үҙгәрештәрҙе Ҡояштың мөйөш диаметрының 1/60 өлөшөнән дә кәмерәк кимәлдә күҙәтә белеү талап ителә. Ә ике көнгә теүәл билдәләү еңелерәк — тик 1/16 мөйөш диаметерынан кәм булмаған хата менән күҙәтеү кәрәк. Шуға күрә, күпселек осраҡта ҡояш тороуының көнө билдәләнә, әммә уның теүәл ваҡыты түгел[10]. Был күҙәтеүҙәрҙе астрономик төҙөлгән ҡоролмалар ярҙамында – ҡояш нурҙары билдәләнгән осорҙа теге йәки был нөктәгә үтеүен күҙәтеп, башҡаралар.

Ҡарағыҙ

Һылтанмалар

  1. Solstice (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2021.
  2. Энн Руни. История астрономии. От карт звездного неба до пульсаров и черных дыр. — Litres, 2019-06-14. — 209 с. — ISBN 9785041091859. Архивировано 20 ғинуар 2022 года.
  3. Religious Tolerance.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2011. Архивировано 18 февраль 2019 года.
  4. Équinoxe de printemps entre 1583 et 2999 (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
  5. Solstice d’été de 1583 à 2999 (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
  6. Équinoxe d’automne de 1583 à 2999 (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
  7. Solstice d’hiver (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
  8. Johnson, Anthony, Solving Stonehenge: The New Key to an Ancient Enigma. (Thames & Hudson, 2008) pp. 252—253
  9. An Ancient Holiday History Channel Архивная копия от 24 апрель 2008 на Wayback Machine
  10. SolsticeAmateur.com Архивная копия от 18 май 2017 на Wayback Machine

Категориялар