Ҡара Африка

Ҡара Африка[1], йәки Тропик Африка[1], йәки Сахаранан көньяҡтағы Африка[1] — Африка ҡитғаһының Сахара сүллегенән көньяҡтараҡ урынлашҡан бер өлөшөнөң исеме. Африканың был өлөшөндә күбеһенсә негроид халыҡтар (Төньяҡ Африка европеоидтарынан айырмалы рәүештә) йәшәй, исем өсөн шул нигеҙ була ла инде.

Халҡы

undefined

Донъя илдәренең картаһы

undefined
undefined

Африка континентының бүленеүен яҡынса б. э. т. 3-сө мең йыллыҡтар уртаһы тип һанайҙар, сөнки Сахара ҡорой башлағас, мәҙәни бәйләнештәр өсөн еңеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡ килеп тыуа. Берҙән-бер бәйләүсе юл булып Нил үҙәне ҡала, уның ярҙары буйлап Боронғо Мысыр менән бәйләнештә булған бер нисә цивилизация барлыҡҡа килә.

Ҡара Африкала б.э. т. 1-се мең йыллыҡта тимер металлургияһы бөтә ерҙә лә тарала. Тимерҙең таралыуы яңы территорияларҙы, иң элек тропик урмандарҙы, үҙләштереүгә булышлыҡ итә, һәм күпселек осраҡта Тропик һәм Көньяҡ Африканың күпселек өлөштәрен банту телдәрендә һөйләшкән халыҡтарҙың таралыу сәбәптәренең береһе булып тора, улар эфиопия һәм капоид расаһы вәкилдәрен төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ҡыҫырыҡлаған.

Хәҙерге сәйәси бүленеш буйынса Ҡара Африка 48 илде үҙ эсенә ала. Ҡайһы берҙә был исемлеккә, географик яҡынлығы арҡаһында, Мадагаскарҙы ла өҫтәйҙәр, әммә был ил континентта түгел, ә утрауҙа урынлашҡан.

Өлөшләтә Сахаранан көньяҡта ята

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 А́ФРИКА // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар