Чапаевка (йылға)
Физик һәм географик үҙенсәлектәре
Йылға оҙонлоғо — 298 км, бассейны майҙаны — 4310 км²[3]. Сыҡҡан урыны өлкәләр сигендә Дөйөм һырт армыттары Урта Һырт Һәм Зәңгәр Һырт тоташҡан ерҙә, Шәрип ҡасабаһынан (Һамар өлкәһе) көньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км һәм Покровка ауылынан (Ырымбур өлкәһе) көнбайышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4]. Тәүҙә төньяҡ-көнбайышҡа табан Чапаевскиға тиклем аға[5], унан һуң төньяҡ-көнсығышҡа борола[6]. Түбәндә, Новокуйбышевск янында, көнбайышҡа борола. Йылға тамағы Маяҡ ҡасабаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан[7].
Гидрографияһы
Башлыса ҡар һыуҙары менән туҡланған аҙ һыулы йылға. Даими ағым түбәнге өлөшөндә генә күҙәтелә. Урта һәм өҫкө өлөшөндә, һыу аҙ булғанда, йылға ҡорой, йылға ағымында күлдәр сылбыры барлыҡҡа килә[8]. Түбәнге ағымында киңлеге 50 м, тәрәнлеге 11 м тиклем етә. Ярҙары башлыса эшкәртелгән баҫыуҙар менән ҡапланған, тамағында болон үҫемлектәре осрай[8].
Йылға көслө антропоген һәм техноген йоғонтоға дусар; Чапаевскиҙан түбәндә ағымдың яртыһы тиерлек ағынты һыуҙарҙан тора[9].
Төп ҡушылдыҡтары
(тамағынан, йәйәләрҙә оҙонлоғо күрһәтелгән (км))
- 13 км уңдан: Кривуша (19)
- 41 км һулдан: Черновка (10)
- 46 км һулдан: овр. Сиван Уриха (14)
- 116 км һулдан: Оло Вязовка (73)
- 139 км һулдан: Сухая Вязовка (27)
- 160 км һулдан: Большая Вязовка (27)
- 164 км һулдан: Вязовка (27)
- 176 км һулдан: Кесе Вязовка (24)
- 192 км һулдан: Кутуруша (31)
Административ сиктәре һәм тораҡ пунктар
Ҡорманай районы (Ырымбур өлкәһе) сиге буйлап аға, Алексеевка, Нефтегорск, Волга, Красноармейскү, Безенчук райондары, Чапаевск һәм Новокуйбышевск ҡала округтары (бөтәһе лә — Һамар өлкәһе) территорияһы аша аға.
Йылға буйындағы иң эре тораҡ пункттар — Чапаевск, Маяк, Подъем-Михайловка, Яблоновский Овраг, Богдановка, Дмитриевка, Сухая Вязовка; бассейнына шулай уҡ: Новокуйбышевск (өлөшләтә), Красноармейское, Осинки һ.б.
Хужалыҡ әһәмиәте
Чапаевскиҙың төньяҡ өлөшөнә тиклем[10] (артабан быуа менән ябылған) суднолар йөрөү мөмкинлеге бар. Түбәнге ағымға ағып төшкән Кривуша (Волганан сыҡҡан канал) шулай уҡ суднолар йөрөүгә яраҡлы.
Һул түбәнге ҡушылдыҡтары үҙҙәренең үрге ағымында Куйбышев һуғарыу каналы[11] аша Чагры, Оло Ырғыҙ һәм Безенчук бассейндары йылғалары менән тоташа.
Этимологияһы
Хәҙерге атамаһы Чапаевск ҡалаһы исеменән килеп сыҡҡан. Боронғо атамаһы Моча — түбән ятҡан, һаҙлы урындар аша аҡҡан йылғаларҙың киң таралған атамаһы[1].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса ул Түбәнге Волга бассейны округына ҡарай.
Дәүләт һыу реестрында объект коды — 11010001212112100008718[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Самарская топонимика. toponimika.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2025.
- ↑ Моча, реки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 1 2 «Криуша (Чапаевка)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Карта бите N-39-34 — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
- ↑ Лист карты N-39-127 Алексеевка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1990 год. Издание 1993 г.
- ↑ Лист карты N-39-112 Чапаевск. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1981 г.
- ↑ Лист карты N-39-100 Новокуйбышевск. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1981 г.
- ↑ 1 2 Чапаевка. Энциклопедия природы Самарской области.
- ↑ Голубая книга Самарской области. ООПТ России. РАН (2007).
- ↑ Правительство Российской Федерации. Перечень внутренних водных путей. Техэксперт (изм. 2018).
- ↑ Карта бите N-39-33 — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»