Маяҡ (Һамар өлкәһе)
Маяҡ — Һамар өлкәһе Новокуйбышевск ҡала округындағы ҡасаба.
Новокуйбышевск һәм Чапаевск ҡалалары араһында Чапаевка йылғаһы ярында, Һамар үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл ситенән Һамар — Чапаевск тимер юлы үтә, унда «Маяҡ» туҡталышы бар. Ауыл эргәһенән Новокуйбышевск — Чапаевск автомобиль юлы үтә.
Көньяҡ-көнбайыштан ауылға Горки ауылы терәлеп тора.
Тарихы
1973 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Маяҡ» совхозының үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы «Маяҡ» тип үҙгәртелә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Статистический сборник «Численность и размещение населения Самарской области»
- ↑ Указ Президиума ВС РСФСР от 31.01.1973 г. " О переименовании некоторых населенных пунктов в Куйбышевской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1973. — № 6 (8 февраля).
- ↑ http://www.perepis2002.ru/content.html?id=11&docid=10715289081460.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Статистический сборник «Численность и размещение населения Самарской области».
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya.