Горький һыуһаҡлағысы

Горький һыуһаҡлағысы (рус. Го́рьковское водохрани́лище) — Волга йылғаһындағы һыуһаҡлағыс[1], Түбәнге Новгород ГЭС-ы быуаһы төҙөлгәс барлыҡҡа килә. Ҙурлығы, шулай уҡ 2 метрҙан ашыу тулҡындары өсөн Горький диңгеҙе тип тә йөрөтөлә. Волга буйы һыуһаҡлағыстар каскады составына инә.

undefined

Майҙаны — 1590 км², күләме — 8,71 км³, оҙонлоғо — 440 км, киңлеге — 14 км тиклем[1], уртаса тәрәнлеге — 3,65 м, максималь тәрәнлеге — 22 м. Суднолар йөрөү өсөн һыуһаҡлағыстың уң яғы яраҡлы. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 84 м.


Ярославль, Кострома, Иваново һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә урынлашҡан[1].

Һыуһаҡлағысты һыу менән тултырыу 1955 йылдың 24 авгусында, төҙөлөп ятҡан быуа ерендә Волга йылғаһын быуғандан һуң башлана һәм 1957 йылға тиклем дауам итә. Горький (Түбәнге Новгород) ГЭС-ы районында һыу айырмаһы 17 метр тәшкил итә. Түбәндә судноларҙың йөрөүен Городецкий гидроузелының ике камералы шлюздары тәьмин итә[2].

Энергетика, суднолар йөрөтөү өсөн булдырылған. Рекреация һәм балыҡсылыҡ өсөн киң ҡулланыла. Ярҙарында Рыбинск, Тутаев, Ярославль, Кострома, Плёс, Наволоки, Кинешма, Заволжск, Юрьевец, Пучеж, Чкаловск, Заволжье, Городец ҡалалары урынлашҡан.

Һыуһаҡлағыс тулғас, Иваново өлкәһенең Сокольский районы өлкә үҙәгенән айырылып ҡала һәм һуңынан Түбәнге Новгород өлкәһенә ҡушалар.

Һыуһаҡлағыста балыҡсылыҡ үҫешкән.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Го́рьковское водохрани́лище // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Трубе Л. Л. География Горьковской области. — Горький: Волго-Вятское книжное издательство, 1978. — 176 с.

Тема буйынса өҫтәмә