Братск һыуһаҡлағысы
Бра́тск һыуһаҡлағысы[1] — Рәсәйҙең Братск ГЭС-ын төҙөү һөҙөмтәһендә Иркутск өлкәһендә Ангара йылғаһында барлыҡҡа килгән һыу ятҡылығы, ул күләме буйынса донъяла икенсе урынды биләй. Уның ярында Братск ҡалаһы урынлашҡан, шуға күрә һыуһаҡлағыс та ошо ҡаланың исемен йөрөтә.
Һыу ятҡылығы суднолар йөрөтөү, балыҡ тотоу, ағас ағыҙыу һәм ҡаланы һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыла. Балыҡ ресурстарыныэ күп булыуы менән айырылып тора.
Төп характеристикаһы
Братск ГЭС-ында плотина 1961 йылда төҙөлә, һыуһаҡлағысҡа һыу йыйыу 1967 йылда тамамлана. Һыу өҫтө майҙаны 5426 кв. километрҙан 5470 кв. километрға тиклем, ә күләме 169 кубометрға етә. Һыуһаҡлағыстың файҙалы күләме 35,41 кубометр тәшкил итә, уртаса тәрәнлеге — 31 м, максималь тәрәнлеге — 101 м, һыу кимәленең үҙгәреше — 7,08 метр[1].
Яр буйы һыҙаты 7400 км, Ангара, Ока, Ия кеүек эре йылғалар һәм башҡа йылғалар ҡойған урындарҙа оҙон ҡултыҡтар барлыҡҡа килгән. Һыуһаҡлаҡыстың киңлеге 20 километрҙан ашыу.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Усть-Илимское водохранилище
- Распутин В. Г. Прощание с Матёрой.
- Новоудинский музей Сталина
Иҫкәрмәләр
{{Иҫкәрмәләр|refs=[2]
Әҙәбиәт
- Братское водохранилище. Инженерная геология территории, М., 1963.
Һылтанмалар
- Братское и Усть-Илимское водохранилища (физическая карта, масштаб 1:1 000 000) // Национальный атлас России. — М.: Роскартография, 2004. — Т. 1. — С. 246. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 5-85120-217-3.
- ↑ 1 2 Бра́тское водохрани́лище // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Ҡалып:РВРВ