Бабурин Михаил Фёдорович

Бабурин Михаил Фёдорович (19 сентябрь (2 октябрь) 1907 йыл9 сентябрь 1984 йыл) — скульптор. СССР Художество академияһы академигы (1973). СССР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1965). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).

Биографияһы

Михаил Бабурин Федорович 1930 йылда Ленинградта Юғары художество-техник институтты тамамлай. 19321936 йылдарҙа аспирантурала уҡый. 19611984 йылдарҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү сәнғәт институтында һәм Пенза сәнғәт училищеһында уҡый.

СССР сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (1973). Монументаль, монументаль-декоратив һәм станокта башҡарылған скульптуралар өлкәһендә эшләй. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтенә һәйкәл авторы.

Хеҙмәттәре

Белеме

  • Ленинград художество-сәнәғәт техникумы, 19221925
  • Юғары художество-техник институт (ВХУТЕИН), 19261930 — етәксеһе В. В. Лишев[1]
  • Сәнғәт академияһы аспирантураһы (ИЖСА), 19321936 — етәксеһе А. Т. Матвеев.

Ғаиләһе

  • Бабурина Надежда Михайловна — ҡыҙы, сәнғәт белгесе, «М. Врубель. Тормош биттәре», «Рәссам Саврасов», «Революцияға йәлеп ителгәндәр», «Владимир Цигаль», «Мәскәү Кремле» һәм башҡа фильмдәрҙең сценарий авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

undefined
  • СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1978)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «В. И. Ленин һәм И. В. Сталин — Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусылар һәм етәкселәре» барельеф скульптураһы өсөн (авторҙашы менән)

Иҫкәрмәләр

  1. Художники народов СССР. Биобиблиографический словарь в 6 томах. Т. 1. — М.: Искусство. 1970

Әҙәбиәт

  • Шмигельская Е. В. Скульптор М. Ф. Бабурин. Л., 1964.
  • «Популярная художественная энциклопедия» Под ред. Полевого В. М.; М.: Издательство «Советская энциклопедия», 1986

Һылтанмалар