Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары
Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты, үҙ эсенә Псковтың XII—XVII быуат башындағы сиркәү архитектураһының 10 һәйкәлен ала[1]. 2019 йылдың июлендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 43-сө сессияһы ҡарары менән Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[2][3], исемлектә 29-сы (30-сы) Рәсәй объекты (шул иҫәптән 18-се (19-сы) мәҙәни объект) булып тора.
Дөйөм мәғлүмәт
«Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары» ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә мәҙәни критерий буйынса индерелә (ii)[1], йәғни объект булараҡ, «билдәле бер ваҡыт арауығы йәки билдәле мәҙәни киңлектә архитектура йәки технологияларҙа, монументаль сәнғәттә, ҡала төҙөүҙе планлаштырыуҙа йәки ландшафт булдырыуҙа кешелек ҡиммәттәренең үҙ-ара йоғонтоһон раҫлай»[4]. Уларға түбәндәгесә тасуирлама бирелә[5]:
Церкви, соборы, монастыри, крепостные башни и административные здания составляют группу памятников, расположенных в историческом городе Псков на реке Великая на северо-западе Российской Федерации. Главными особенностями архитектуры этих зданий, созданных псковской школой зодчества, являются кубические объёмы, купола, подъезды и колокольни, наиболее ранние элементы которых датируются XII веком. Церкви и соборы гармонично сочетаются с окружающим их природным ландшафтом посредством садов, заборов и стен. Под влиянием византийских и новгородских традиций псковская школа зодчества достигла пика своего развития в XV—XVI веках и стала одной из самых влиятельных в стране. Она оказывала значительное влияние на формирование архитектурных стилей в России на протяжении пяти столетий.
Исемлеккә индереү тарихы
2002 йылдан алып, боронғо Псковтың һәйкәлдәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙең бер нисә ыштылышы була. Башта «Бөйөк Псков» номинацияһын составында Псковта ғына түгел, Изборскта һәм Выбутала урынлашҡан күп һанлы һәйкәлдәр менән бергә[6]. Шулай уҡ Псков кремле «Рәсәй кремлдәре» сериялы номинацияһы составында тәҡдим ителә[7]; 2012 йылда заявка кире ҡағыла[8].
Яңы «Боронғо Псков һәйкәлдәре» номинацияһы буйынса эш 2015 йылда башлана. Заявкаға ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан 18 объект инә[7]. Әммә 2016 һәм 2017 йылдарҙа Псков заявкалары документация тулы күләмдә тапшырылмағанлыҡтан, кире ҡағыла. 2018 йылда материалдар ҡабат ебәрелә. Был заявка ЮНЕСКО-ның 2019 йылдың июнь-июлендә Баҡыла үткән Бөтә донъя мираҫ комитетының 43-сө сессияһында раҫлана, әммә 18 объекттан исемлеккә 10-ы ғына индерелә[9].
Псков өлкәһе властары киләсәктә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегендә төбәктең һәйкәлдәре һанын арттырырға ниәтләй, бының өсөн реставрация эштәре башҡаррыға һәм билдәле күләмдә аҡса һалырға кәрәк[10][11].
Составы
| № | Һүрәттәр | Атамаһы | Төҙөү ваҡыты |
|---|---|---|---|
| 1523-001 | Иванов монастырының Иоанн Предтечи ҡорамы | XIII быуат | |
| 1523-002 | Спас-Мирож монастыры: Преображенск соборы ансамбле | XII быуат | |
| 1523-003 | Архангел Михаил сиркәүе ҡыңғыраулығы менән | XIV быуат | |
| 1523-004 | Проломдан Покров сиркәүе | XV—XVI быуаттар | |
| 1523-005 | Примостьенан Косьма менән Дамиан сиркәүе, ҡыңғыраулыҡ, ҡапҡа һәм ҡойма ҡалдыҡтары | XV—XVII быуат | |
| 1523-006 | Взвоздан Георгий сиркәүе | XV быуат | |
| 1523-007 | Ҡыңғыраулығы менән Богоявление сиркәүе | XV быуат | |
| 1523-008 | Усоханан Никола сиркәүе | XVI быуат | |
| 1523-009 | Василий сиркәүе | XV быуат | |
| 1523-010 | Снетогорский монастыры ансамбле: Богородица Раштыуаһы соборы | XIV—XVI быуат |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Псков ҡорамдары исемлеге
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 UNESCO World Heritage Centre. Churches of the Pskov School of Architecture (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Six cultural sites added to UNESCO’s World Heritage List (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ Памятники древнего Пскова внесены в Список всемирного наследия ЮНЕСКО | Официальный портал государственных органов Псковской области. www.pskov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. The Criteria for Selection (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2019.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Центр всемирного наследия -. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ Great Pskov - UNESCO World Heritage Centre. web.archive.org (17 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ 1 2 В рамках проходящей научно-практической конференции обсудили продвижение псковских памятников в Список всемирного наследия ЮНЕСКО | Комитет по охране объектов культурного наследия Псковской области. gkn.pskov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019. 2020 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. 36 COM 8B.35 - Decision (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2019.
- ↑ Псковские храмы в списке ЮНЕСКО: Какие объекты включены и что об этом говорят эксперты. ПАИ Новости Псковской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ Областные власти будут работать над увеличением числа псковских памятников в списке ЮНЕСКО. ПАИ Новости Псковской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.
- ↑ Псков намерен включить в список ЮНЕСКО «вторую волну» объектов. ПАИ Новости Псковской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2019.