Колмыков Алексей Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ир-ат
Тыуған көнө 17 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Вафат булған көнө 15 февраль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (76 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены
Хеҙмәт итеүе СССР

Колмыков Алексей Иванович (17 ғинуар 1921 йыл — 15 февраль 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Иванович Колмыков 1921 йылдың 17 ғинуарында Айтуған ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Башланғыс белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. 1941 йылдың майынан Ҡыҙыл Армияла.

Бөйөк Ватан һуғышында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 25-се инженер-сапер бригадаһының (2-се Балтик буйы фронты, 3-сө удар армия) сапер-разведчигы ефрейтор Колмыков яугирҙар төркөмө составында 1944 йылдың 27 июлендә Резекне (Латвия) ҡалаһы эргәһендә дошмандың инженер-оборона ҡоролмалары булыуын асыҡлай һәм юҡ итә. 5 августа 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Шул уҡ йылдың 11-20 ноябрендә Лидуми тораҡ пункты районында (Латвия, Салдус ҡалаһынан 15 км көньяҡ-көнбайышҡа табан) Колмыков дошмандың тылында урынлашҡан зенит батареяһын һәм хәрәкәт итеүсе дошман танкыларын асыҡлай. 1945 йылдың 18 ғинуарында 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Ефрейтор Колмыков, шул уҡ 1-се Белорус фронты армияһының шул уҡ бригадаһында 1945 йылдың 28 феврале — 1 мартында Врицен ҡалаһы районында (Германия) ике тапҡыр дошман оборонаһының алғы һыҙығына разведкаға бара, бер нисә ут нөктәһен асыҡлай, танкыларҙы сығарыу өсөн йылғаны тикшерә, пулемет расчетын юҡ итә. 31 майҙа 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Старшина Колмыков 1946 йылдың майында демобилизациялана. Тыуған иленә ҡайтып колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1947 йылдан Ырымбурҙа йәшәй, 1958 йылдан — Һарытау өлкәһенең Пугачев районы Заволжский ҡасабаһында. Куйбышев ГЭС-ын, һуңынан Һарытау электр станцияһын төҙөгәндә быраулаусы, шартлатыусы булып эшләй. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградланған

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]