Ушанов Юлай Ғиниәт улы

Биографияһы

1946 йылдың 17 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуа. Бер йәшлек кенә сағында атаһы вафат була[1]

1961—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағындағы балет студияһында уҡый. Пермь хореография училищеһын тамамлағандан һуң (1967) 1988 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, 1991 йылдан — Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында (хәҙер — Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) уҡыта.

Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР-ында үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша[2].

Юлай Ғиниәт улы 2002 йылдың 3 февралендә вафат була һәм Кушнаренко районының Шәрип ауылында ерләнелә[2].

Ғаиләһе

  • Атаһы — Ғиниәт Ушанов (1894—1947), совет театр актёры, режиссёр, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.
  • Һеңлеһе — Лилиә, балерина[3].
  • Улы — Салауат, яҙмышын балет менән бәйләй, әммә фажиғәле һәләк була.
  • Ейәне — Морат Салауат улы Ушанов, 2016 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын тамамлай һәм Мария театрында эшләй[4].

Хәтер

2013 йылда ун туғыҙынсы Нуриев фестивалендә легендар Рудольф Нуриевтың партнеры Лилиана Козиҙың — Миландың Ла Скала этуале — бынан ҡырҡ йыл әүәл, 1973 йылда, Өфөлә Юлай Ушанов менән «Аҡҡош күле» спектаклендә Одетта ролендә бейегәнлеге асыҡлана, Юлай Ушанов принц Зигфрид ролендә була. Шул иҫтәлекле ваҡиғанан фото балет концертмейстеры Гөлсөм Байковала һаҡлана[1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Нина Жиленко. Минувших дней очарованье — «РАМПА» № 12, 2015
  2. 1 2 Юлай Ушанов
  3. Ушанов Гиният Габдуллович (1894-1947). bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
  4. Род Ушановых. vatandash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.

Сығанаҡтар

  • Нина Жиленко. Минувших дней очарованье — «РАМПА» № 12, 2015

Һылтанмалар